Четверг, 15.11.2018, 22:42


Һауа торошо
Категории раздела
Форма входа
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Мәҡәләләр: Статьи

Главная » Статьи » Гәзиттәрҙән

Сығышыбыҙ һинәнме, Әптекәй?
   Тәбиғәт ҡосағында шундай матур, йәшәүгә ҡулай урынды боронғо ата-бабаларыбыҙ бушҡа һайламағандарҙыр. Һаҡмар йылғаһының уң яҡ ярында, тәрән һәм балыҡлы Ҡылы күле янында, хәҙер инде һайығып ҡалған ҡамышҡа бай Ҡамышлау йылғаһы буйында, ел-дошмандан һаҡлап торған Бетәс менән Ҡарауыл тауы итәгендә ятҡан ул боронғо ауыл Әптекәй.

Тәүге архив сығанаҡтарында ул 1975 йылда телгә алына. 1811 һәм 1816 йылғы VI, VII перепись мәғлүмәттәрендә Верхнеурал өйәҙенең 6-сы башҡорт кантонының 7-се йортона ҡараған Әптекәй ауылында 39 өйҙә 185 кеше йәшәһә, 1834 йылғы VIII ревиз ҡағыҙҙарында 101 йортта 580 кеше теркәлгән.


Совет власы дәүерендә "перспективаһыҙ” мөһөрө һуғылып, мәсете һәм тимерлеге булған ауыл һуғыштан һуңғы йылдарҙа юҡҡа сыға. Әптекәйҙең иң һуңғы уҙаманы булған 82 йәшлек Фәхретдин Шираяздан улы Хоҙайназаров 1956 йылда, ата-бабалары төйәген ҡалдырып, күсенә.

Икенсе ергә китеп урынлашыуҙы ауылдаштарыбыҙ бик ауыр кисерә. Ҡайһы бер өй хужалары репрессия ҡорбаны булып, сит яҡтарҙа ятып ҡала, күптәр Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була, ә ғаиләләре ошо ауыр ваҡыттарҙа бер урындан икенсе урынға күсенергә мәжбүр ителә.

Әптекәй ауылы халҡы, 46-сы йылҡысылыҡ хужалығы Иҫке Комсомолға, бер аҙ ваҡыттан Һаҡмар участкаһына күсенеп ултыра. Һуңынан ул "Баймаҡ” совхозының Комсомол бүлексәһе (хәҙерге Сәйғәфәр ауылы) тип үҙгәртелә.

Әптекәйҙең боронғо тарихын арҙаҡлы тарихсыбыҙ Әнүәр ағай Әсфәндиәров былай тип яҙған.

"XIX быуат башында элекке утар урынында Әптекәй ауылы барлыҡҡа килә. Беренсе килеп ултырыусының уландары 1816 йылғы VII ревизия мәғлүмәттәрендә күрһәтелгән: улар 48 йәшлек Хоҙайназар, 39 йәшлек Аҡназар һәм уларҙың ҡустылары Мөхәмәтйән менән Мөхәмәтәмин Әптекәйевтар” (История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий/А.Асфандияров. – Уфа: "Китап”, 2004. – с. 98).

Сәйғәфәр ауылында йәшәүсе «һуйырҙар» араһы Сафиндарҙың, Назаровтарҙың быуындан-быуынға килгән шәжәрәһендә үрҙә атап кителгән ир-аттарҙың аталары Әптекәй, Әптекәйҙең атаһы Бикәй тип яҙып ҡалдырылған.

Тарихсылар ҡулланған хронологик таблица ярҙамында Әптекәй Бикәй улының йәшәү ваҡыты 1730-1800 йылдар тип асыҡлана.

Ошо ваҡыт араһында боронғо ауылды икенселәй, Әптекәй тип исемләйҙәр. Быны ошолай тип аңлатырға була. Борон ауылдарға башҡорттар ҡатнашлығында үткән бихисап яуҙарҙа, походтарҙа ҡатнашып күрһәткән батырлыҡтары менән ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанған батыр исемен ҡушыу йолаһы булған. Әптекәй йәшәгән дәүерҙә башҡорт яуҙары беҙгә тарих биттәренән билдәле. Улар 1755-1756 йылдарҙағы Батырша, 1773-1775 йылдарҙағы Пугачев яуы һәм Ете йыллыҡ һуғыш (1756-1763). Тәүге икәүендә ҡатнашҡан батырҙар исеме менән ауылдарҙы атамағандар, сөнки был яуҙарҙы баҫтырғандан һуң уларҙың етәкселәре һәм ҡатнашыусылары туҡтауһыҙ эҙәрлекләнгән.

Ә бына 1756-1763 йылдарҙа Рәсәйҙең поляк һәм төрөктәргә ҡаршы кампанияһында (тарихта Ете йыллыҡ һуғыш тип билдәле) ҡатнашҡан башҡорт яугирҙары илдәренә батыр исемдәре алып әйләнеп ҡайтҡан. Был һуғыш ваҡытында Әптекәй Бикеев 25-26 йәш тирәһендәге ир азаматы булғандыр һәм походта күрһәткән батырлыҡтары өсөн яуҙаштары һәм ауылдаштары хөрмәтләп, ауылды уның исеме менән Әптекәй тип атағандарҙыр. Был күбеһенсә беҙҙең фаразлауға яҡыныраҡ. Ә бына боронғо ауылға ҡасан Әптекәй исеме ҡушылыуы фараз түгел, ә конкрет факт. 1816 йылғы ревиз ҡағыҙҙарына ҡарағанда Әптекәйҙең беренсе улы 1757 йылда тыуа, ә ҡалған улдары 1763 йылдан һуң, йәғни Ете йыллыҡ һуғыштан һуң донъяға килә.

Шулай булғас, элекке ауыл Әптекәй исеме менән йөрөтөлә башлаған ваҡыт 1763 йылға тап килә һәм әле 2011 йылда уға – Баймаҡ районының боронғо ауылдарының береһенә – 248 йыл була тип хаталанмай әйтергә мөмкин.

Илле йыл инде Әптекәйҙә берәү ҙә йәшәмәй. Шулай булһа ла ауылдаштарыбыҙ тыуған төйәктәрен онотмай. Унда беҙҙең изге урыныбыҙ – ата-бабаларыбыҙҙың зыяраты ла урынлашҡан.

Ә.Әсфәндиәровтың "Ауылдар тарихы” китабында әптекәйҙәр нигеҙләгән ауылдар яҙылған. Уларҙың иң ҙуры Ишмырҙа (Йүкәләр). Китапта яҙылыуынса, "1852 йылда әптекәйҙәр йәйләү урыны Көҙән Талаған йылғаһы буйына нигеҙ һала. Иң беренсе килеп ултырыусы Ишмырҙа Бүлтерәков уның ике туған ағалары Туҡай, Әбил һәм Байым Сәфәровтар уландары менән ...”(История сел и деревень/А.Асфандияров. – Уфа: "Китап”, 2009. – с.98). Уларҙың аталары Сәфәр булған. Халыҡ телендә уны Һапар (Һабар) тип йөрөтәләр.

Сәфәрҙән таралған тоҡомдо (Һапарҙарҙы) борондан Йүкәләр араһы тигәндәр. Шуғалыр Ишмырҙа ауылының икенсе исеме Йүкәләр.

Һапар (Һабар) ҡарттан Сураҡай һәм Әбил улынан таралған нәҫел Сәйғәфәрҙә Янбаевтар, Күсәрбаевтар, Әбилевтар, Собханғоловтар, Йәрмөхәмәтовтар, Ишдәүләтовтар, Сүрәкәевтар. Ишмырҙа ауылында Һапар нәҫеле Бүлтерәк, Туҡай һәм Байымдан таралған нәҫел Ишмырҙиндар, Ғибәҙуллиндар, Сапаровтар, Сәфәровтар, Арыҫланбаевтар, Ҡылысбаевтар.

Һапарҙың үҙе лә һәм бөтә уландары ла Әптекәй зыяратында ерләнгән булырға тейеш, сөнки уларҙың йәшәү дәүерҙәре шул ауылға тура килә.

Хәҙерге ваҡытта Ишмырҙа ауылы өлкәндәре үҙҙәренең сығышы Әптекәйҙән икәнен белә, ә бына йәштәр, үҫеп килгән быуынға был билдәлеме, үҙҙәренең тамырҙары шул ергә бәйле булыуын аңлаймы, боронғо ҡартаталарының һөйәктәре Әптекәйҙә икәнен, әруахтар доға көтөүен беләме?

Һапар бай ҡарауыл торған тау әле Ҡарауыл тауы тип атала. Ҡаҙаҡтар яу баҫһа, унда яғылған утты Һәрешҡужа тауынан күреп, бөрйәндәр ярҙамға килгән.

Күсәрбай – Һапарҙың ейәне. Икеһе лә реаль шәхес. Ишмырҙа ауылында Әптекәй тамырлы фамилиялар Үлйәбаевтар, Сариндар, Игишевтар, Ишкининдар, Тотмановтар, Балтиндар, Хоҙайбирҙиндар. Әптекәй аҫабаһы Яныбай Әлемғужин менән Ҡазыбай Әлемғужин нәҫелдәре Ишмырҙа ауылында тамыр йәйгән. Уларҙан таралған нәҫелдәр – Әфләтуновтар, Казбековтар. Үлйәбаевтар Әптекәйҙән Баймырҙа аша Ишмырҙаға һәм Сосновкаға килеп ултыра. Репрессия ваҡытында Сариндарҙың ҡайһы берҙәре Үлйәбаев фамилияһына күсә.

Әптекәйҙәр нигеҙ һалған икенсе ауыл Баймырҙа. Уның исеме йорт старшинаһы ярҙамсыһы булған Баймырҙа Ҡансурин (1765-1855) менән бәйле. Ул үҙенең уландары Ярмулла, Рәхмәтулла, Хәйбулла, Мөхәмәтсадиҡ, Хәбибулла һәм ағаһы Булат Ҡансурин менән яңы ауылға килеп ултыра, тип яҙа Әнүәр ағай Әсфәндиәров "Ауылдар тарихы” китабында.

4-се кантон башлығы булған арҙаҡлы шәхес Хәбибулла Баймырҙа улы Ҡансуриндың тоҡомдары үҙҙәренең фамилияларын һаҡлап ҡалып, хәҙер Баймаҡ һәм Сибай ҡалаһында йәшәй.

Әптекәй сығышы 1812 йылғы Ватан һуғышы геройҙары, данлыҡлы Ҡансура ейәндәре: Раҡай Аҡмәмбәтов һәм Мөхәмәтсәлим Байтуриндар Баймырҙа аша Ҡарамалыға төпләнә. Уларҙың фамилиялары Сәлимовтар һәм Раҡаевтар, Барлыбаевтар.

1824 йылда мәңгелеккә Себергә һөрөлгән Балта Бикҡоловтың ейәндәре Балтин фамилияһы менән Сибайҙа һәм башҡа тарафта төпләнгән.

Әптекәйҙәр нигеҙләнгән өсөнсө ауыл Ибраһим (Күктүбә). Ә.Әсфәндиәровтың "Ауылдар тарихы” китабында яҙылған: "XIX быуат уртаһында урядник Ибраһим Йосопов балалары Йәнәле, Муса, Мостафа, Әбделманнан, Исмәғил, Исхаҡ һәм Исрафил менән Әптекәйҙән йәйләү урынына күсеп ултыра”.

Күктүбә бөтөү сәбәпле халыҡ Байыш ауылына күсенә. Ибраһим Йосоповтан таралған тоҡом Йәналиндар, Мостафиндар, Мортазиндар, Ибраһимовтар, Таштимеровтар, Сөләймәновтар, Мусиндар, Әлибәковтар.

Күктүбә ауылы тураһында Ибраһим ҡарттың 7-се быуын ейәнсәре Фәтхиә Кәримова үҙенең "Тыуған төйәгем – юҡҡа сыҡҡан Күктүбә” тигән китабында ентекләп яҙып үткән.

Әптекәйҙәр килеп ултырған тағы бер ауыл Тәңребирҙе (икенсе исеме Күрек). "XIX быуат башында 6-сы кантондың 7-се йортона ингән Тәңребирҙе ауылына Әптекәй аҫабалары 32 ир-ат Тәңребирҙе Ильясов исемен биреп нигеҙ ҡорған.” (Олатайҙарҙың бар тарихы/Ә.Әсфәндиәров. – Өфө: "Китап”, 1996. – 67-се бит).

Тәңребирҙе хәҙерге Йомаш менән Юлыҡ араһында Яманташ йылғаһы буйында урынлашҡан. Ул ауыл хәҙер юҡ.

Тәңребирҙе Ильясовтың уландары Әбүталип (1817 йылғы), Мөхәмәтхәким (1820), Муллағәле (1822) менән бергә Алдар Хоҙайбирҙиндың да балалары күсеп ултыра. Тәңребирҙе (Күрек) бөтөү сәбәпле, уларҙың ейәндәре Йомаш һәм башҡа ауылдарҙа төпләнә. Уларҙан киткән фамилиялар: Хоҙайбирҙиндар, Сирбаевтар, Ҡотлобирҙиндар, Теләүбирҙиндар, Мәһәҙиевтар, Шәйәхмәтовтар, Шахмөхәмәтовтар. Ә бына Дөсмөхәмәт Ноғоманов 1943 йылда Күректән Аҡтау ауылына күсеп ултыра.

Әптекәй кешеләре Ҡуһа йылғаһы буйында Арман утарына XIX быуат башында нигеҙ һала. Ул ерҙә Әптекәйҙәрҙең ҡасандыр йәйләүе булған. Ул ауыл хәҙер юҡ, уның булғанлығын Арман зыяраты ғына иҫләтә.

Беренселәрҙән булып Төкәнсе йылғаһы буйына (Ҡуһа ҡушылдығы) Мөхәмәтәмин Әптекәйев, Сәйетбаттал Үлйәбаев, Нәҙерша һәм Ғәбделкәрим Истәковтар килеп ултыра.

Сәйғәфәр ауылы аҡһаҡалы, хеҙмәт һәм һуғыш ветераны, хәҙер инде мәрхүм Һиҙиәт Заһит улы Әбилев үҙенең "Һиҙиәт яҙмалары”нда ошолай тигән: "Минең атайым Заһитулла Йәрмөхәмәт улы Сүрәкәйев 1921 йылдың декабрендә Әптекәйҙең Арман утарында вафат булған, Арман зыяратында ерләнгән. Үкенескә ҡаршы, Ғиззәт, Сөләймән ағайҙарым иҫән саҡта атайымдың ҡәберен күрергә насип булманы. Шул үкенес тә алды, атайымдың бер генә лә фоторәсеме юҡ, булһа ла һаҡланмаған. Атайымдың кәсебе урманда булған, күмер яғып, ялан яҡтарына барып, уны һатҡан”.

Ҙур ауыл да булмаған Әптекәй, даны ла алыҫ тарафтарға таралмаған, ҙур шәхестәре лә тыумаған. Шулай булһа ла ул беҙҙең тарихыбыҙ, ата-бабаларыбыҙҙың төйәк иткән ере, уларҙың һөйәге ятҡан ер. Тарихты билдәле генә кешеләр түгел, ә ябай халыҡ үҙе яһай: үҙенең йәшәүе, күсенеп йөрөүе, бер ауыл бөтөп, икенсеһе барлыҡҡа килеүе, халыҡтың, илдең шатлығында һәм ҡайғыһында бергә булыуы менән тарих биттәре тула.

Боронғоһон белмәгән халыҡтың киләсәге лә юҡ, тип әйткән бер уҡымышлы кеше. Шуға ла тарихыбыҙға битараф булмайыҡ. Эҙләйек, һорашайыҡ, соҡонайыҡ, табайыҡ, кем беҙ, ҡайҙан беҙ, ата-бабаларыбыҙ кем икәнде асыҡлайыҡ.

70 йыллыҡ Совет дәүере беҙҙе рухи мираҫыбыҙҙан, диндән айырырға тырышты һәм был килеп тә сыҡты. Элек халҡыбыҙ быуаттар буйына йәшәү хаҡына, үҙ ерендә булыу өсөн көрәште. Уның өсөн күпме кеше ҡорбан булды. Ә беҙҙең быуын ниндәй эш башҡара икән? Ярай әле архив материалдарынан тарихҡа уларҙың исемдәрен ҡайтарҙыҡ, сәйәси золом ҡорбандарының таҙа исемдәрен туғандарына еткерҙек, мәсеттәр асабыҙ, дин әһелдәребеҙҙең исемдәрен халыҡҡа ҡайтарабыҙ.

Был бик аҙ. Ата-бабаларыбыҙҙың алдында беҙҙең бурысыбыҙ күп әле. Яҡын-тирәләге изге шәхестәрҙе – Һапар мулланы, ҙур тоҡом атаһы булған Ҡансураны, Мырҙабулат имамы Әбделмән хәҙрәтте, ауылдарға нигеҙ һалған Әптекәй Бикәевты, Ишмырҙа Бүлтерәк улы Сәфәровты, Ибраһим Йосоповты, Баймырҙа Ҡансуринды, Тәңребирҙе Ильясовты, Исмаҡай Казаковты, есаул Мырҙабулат Сәғит улы Ҡоҙаҡаевты һәм башҡаларҙың рухтарын нисек хөрмәтләйбеҙ? Бер нисек тә хөрмәтләмәйбеҙ. Уның менән тарихсылар булышырға тейеш, тип уйлайбыҙ. Юҡ, беҙ рухи ярлылыҡта үҫтек һәм балаларыбыҙға ундай мираҫ ҡалдырмайыҡ.

25 июндә Әптекәй ауылының 250 йыллығын үткәрергә йыйынабыҙ. Байрамға әҙерлек эштәре башланды ла инде. Йыйын дини йолаларға ярашлы үткәреләсәк. Тәүҙә әрүахтар рухына аят уҡыу, шунан һуң ҡорбан ашынан ауыҙ итеү ойоштороласаҡ. Элекке ауыл урынына Әптекәй аҫабалары нигеҙләгән ауылдар исемлеге яҙылған стела ҡуйыласаҡ, төрлө милли уйындар ойоштороласаҡ. Байрам ”Беҙ айыҡ тормош яҡлы” тигән девиз аҫтында үтәсәк. Шуға күрә тамырҙары Әптекәйгә барып тоташҡан әллә нисә ауыл халҡын йыйынды эскелекһеҙ үткәрергә саҡырабыҙ. Осрашып, тамырҙарыбыҙҙы барлап, балаларыбыҙға шәжәрәбеҙҙе күрһәтеп-өйрәтеп ҡайтайыҡ.

Рауил Назаров, тарихсы.
«Һаkмар» гəзите. 2 июнь, 2011 йыл
Категория: Гәзиттәрҙән | Добавил: saigafar (31.07.2011)
Просмотров: 687 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: