Вторник, 22.05.2018, 07:07


Һауа торошо
Категории раздела
Форма входа
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Мәҡәләләр: Статьи

Главная » Статьи » Гәзиттәрҙән

Һәйкәлдәр — киләсәк быуын өсөн иҫкәртеү ул
Баймаҡ районында сәйәси золом ҡорбандарына тәүге һәйкәл-таш ҡуйылды.

Сталин зиндандарынан әйләнеп ҡайта алмаған атаһы, башҡа ауылдаштарының (бөтәһе 35 кеше) иҫтәлеген Сәйғәфәр ауылы пенсионеры Уйылдан Мулләхмәт улы Кәримов мәңгеләштерҙе.


Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандарына ҡуйылған һәйкәлдең икенсе урынға күсереләсәге хаҡында ишеткәс, Уйылдан ағай Аҡморон ауылы хакимиәте башлығы Сергей Константинович Передельскийға үҙенең күптәнге уйын асып һала: бушап ҡалған постаментты аҡтарып алмайынса, урынына сәйәси золом ҡорбандарына һәйкәл-таш ҡуйғанда... Хакимиәттән рөхсәт алғандан һуң, тиҙ арала постаментта ауыл мәктәбе уҡытыусыһы Фирғәт Ғиниәт улы Истәков башҡарыуында һәйкәл-таш барлыҡҡа килә.

1920 – 1947 йылдар арауығында Баймаҡ районы халҡының 3 меңдән ашыуы сәйәси репрессиялар ҡорбанына әүерелә: атыла, тиҫтәләрсә йылға төрмәләргә ябыла. «Халыҡ дошманы» мөһөрө колхоз рәйесенә лә, муллаларға ла, уҡытыусыларға ла, әлепте таяҡ тип белмәгән ярлы-ябағаға ла бер тигеҙ йомартлыҡ менән йәбештерелә. Баймаҡ районының хәҙерге Аҡморон ауылы хакимиәте биләмәһендә урынлашҡан 46-сы йылҡы заводында ла «табыла» «халыҡ дошмандары»: 1937 йылда бында «совет власына ҡаршы ҡоротҡослоҡ менән шөғөлләнеүселәр эше» асыла. Йылҡы заводы директоры Йосоп Йыһангир улы Ҡунаҡбаев ҡулға алына һәм атыла, тиҫтәләгән (крайҙы өйрәнеүсе Р. Үтәғоловтың мәғлүмәттәре буйынса – 129) эшсеһе тиҫтәләрсә йылға Союздың төрлө тарафтарындағы социалистик төҙөлөштәргә йәиһә төрмә, лагерҙарға (асылда – барыһы ла бер) оҙатыла. Уйылдан ағайҙың атаһы ла, ябай йылҡы көтөүсеһе булыуына ҡарамаҫтан, батша ғаиләләренә тәтегән «хөрмәт»кә лайыҡ була совет дәүләте тарафынан – атыуға хөкөм ителә. Һуңғы сиктә ҡарар йомшартылып, ун йылға иркенән мәхрүм итеүгә алмаштырылһа ла, Мулләхмәт Кәримовҡа тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтып, балаларын ҡосоп һөйөргә яҙмай – ике йылдан ул Өфө төрмәһендә сирҙән вафат була. Шулай итеп, Ҡыҙыл Армияның данлыҡлы полководецтары, офицерҙарының баштары осоу менән бер рәттән, уның кавалерия частарына менге аттар әҙерләүсе 46-сы йылҡы заводы ла ҡанһыҙландырыла. Тотош Союз буйынса нисәү булғандыр бындай «ҡоротҡослоҡ менән шөғөлләнеүсе» йылҡы заводтары һәм башҡа предприятиелар – Хоҙай ғына белә… Илде иһә алда фашистик Германия менән һуғыш, тағы ла миллионлаған ҡорбан көтә...

Уйылдан ағай Кәримов фекеренсә, һәйкәл совет власының ғәйепһеҙ ҡорбандарының исемдәрен мәңгеләштерергә, киләсәк быуындар өсөн һабаҡ булып торорға тейеш. Ысынлап та, бик урынлы һабаҡ. Дәүеренә ҡарата.

И. ҠАНСУРИН.
«Йәшлек» гəзите. 10 ноябрь, 2009 йыл
Категория: Гәзиттәрҙән | Добавил: saigafar (18.07.2011)
Просмотров: 671 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: