Среда, 21.02.2018, 12:01


Һауа торошо
Категории раздела
Форма входа
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Мәҡәләләр: Статьи

Главная » Статьи » Гәзиттәрҙән

«Һәр ваҡыт Аллама һыйынып йөрөнөм, шуға ҡазалар мине урап үтте»
Бөйөк Ватан һуғышын ҡәһәрле һәм изге тип атар инем. Ҡәһәрле, сөнки ул миллионлаған кешене ҡан илатҡан, етем иткән. Изге, сөнки ҡурҡыу белмәҫ батырҙарыбыҙ, ағайҙарыбыҙ, улдарыбыҙ яулап алған азатлыҡ һуғышы ул. Күпме яугир яу ҡырында билдәле һәм билдәһеҙ ҡәберҙәрҙә ятып ҡалған?..

Еңеүҙең 66-сы яҙы… Атайыма 96 йәш тулған булыр ине. Ул 1991 йылда беҙҙе ташлап китте. Йылдан-йыл дәүләт һуғыш ветерандары хаҡында ныҡлы хәстәрлек күрә. Элегерәк вафат булған ветерандарға машина түгел, аты ла эләкмәне. Улар тормош ауырлығына зарланманы, аслыҡ-яланғаслыҡтан ҡаҡшаған илде аяҡҡа баҫтырыуҙы үҙ бурысы тип һананы.

Атайым Хәмитов Нурислам Мәғәүйә улы 1915 йылда данлыҡлы Буранбай ауылында тыуған. Әммә уға унда йәшәргә насип булмай, хөкүмәт ҡайҙа ҡушһа шунда: Баймаҡ баҡыр иретеү заводында, Сибай ҡалаһында эшләргә тура килә. Тик 1957 йылда ғына Сәйғәфәр ауылында төпләнә.

Атайымдың ата-әсәһе йәшләй генә мәрхүм булғас, ул ҡартатаһы Солтанмәхмүт хәҙрәт ҡулында үҫә. Ишле ғаиләһен тәьмин итеү өсөн кәртә тулы мал аҫрарға, иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем ялан-ҡырҙа эшләргә тура килә. Ерҙе ҡар ҡаплау менән сана-сана утын-бесән ташыу эше башлана. Атайым кесе йәштән хеҙмәттә сынығып үҫә. Ул бәйгеләрҙә бил бирмәҫ көрәшсе лә була, халыҡ йырҙарын оҫта башҡара.

Бар донъяны ялмап алған Бөйөк Ватан һуғышы кеше йәндәрен аяманы. 1941 йылға тиклем ике бала атаһы булып өлгөргән атайым фронтта йөрәк өшөткөс ваҡиғалар шаһиты була. Унан ҡайтҡас, һөйөклө ҡатынының үлеме хаҡында ишетергә тура килә…

Алғы һыҙыҡ… Ике яҡтан да үлемесле ағыу сәселә, орудиеларҙан ҡурғаш ямғыры һибелә. 260-сы айырым элемтәселәр батальоны туп-тура ут эсенә бара. Башҡа әмәл юҡ, приказ шундай. Атайым үҙ бурысын теүәл үтәй. Һуғыш мәлендә бер нисә мәртәбә яраланып госпиталдә ятып сыға. Пуля бер тапҡыр ҙа һөйәгенә теймәй. Быны ул үҙенсә аңлатыр ине: «Һәр ваҡыт Аллама һыйынып йөрөнөм, шуға ҡазалар мине урап үтте». Фронттан ул 1945 йылдың октябрендә ҡайта. Яңынан өйләнеп, 3 балаға ғүмер бирәләр. Әсәйем Аҡбулатова Рабиға Хәйрулла ҡыҙы менән 44 йыл бергә ғүмер иттеләр. Беҙ,уларҙың 5 балаһы, күптән инде хаҡлы ялдабыҙ.

Атайымдың миҙалдарын барлайым. Серле генә сыңлайҙар. Һәр яңы таң имен атһын. Ерҙә ҡабат һуғыш булмаһын, тиҙәр улар.

Зәкиә Хәмитова, БР-ҙың мәғариф алдынғыһы.
Сәйғәфәр ауылы.
«Һаkмар» гəзите. 9 июнь, 2011 йыл
Категория: Гәзиттәрҙән | Добавил: saigafar (31.07.2011)
Просмотров: 483 | Комментарии: 1 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: