Среда, 21.02.2018, 12:02


Һауа торошо
Категории раздела
Форма входа
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Мәҡәләләр: Статьи

Главная » Статьи » Гәзиттәрҙән

Әптекәйҙәр йыйын йыйҙы
  Һуңғы осорҙа халҡыбыҙ үҙенең милли асылына әйләнеп ҡайта, тарихы менән ҡыҙыҡһына, ырыуҙаштарын, нәҫел-нәсәбен барлай. Йәмле йәй етеү менән төрлө ауылдарҙа "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, Шәжәрә байрамдары үткәрелә. Уҙған шәмбелә боронғо ауылдарҙың береһе, заманында перспективаһыҙ булараҡ юҡҡа сыҡҡан Әптекәй ауылы халҡы һәм тамырҙары уға тоташҡан кешеләр Бетәс менән Ҡарауыл тауы итәгенә ауылдарының 250 йыллығын билдәләргә йыйылды.


Тәүҙә шуны әйтеп үтергә кәрәк: байрам бик яҡшы ойошторолғайны. Ҡурай тажына оҡшатып теҙелгән тирмәләр, урын-еренә еткереп ҡоролған сәхнә, байрамға килеүселәргә тыуҙырылған бар уңайлыҡтар ойоштороу комитетының етди әҙерләнеүен күрһәтте. Был тәңгәлдә төп ойоштороусы, Сибай ҡалаһында йәшәүсе эшҡыуар Рауил Назаровтың эшен айырым билдәләп үтергә кәрәк.

Йыйын дини йолаларға ярашлы үткәрелде һәм "Беҙ айыҡ тормош яҡлы” девизы аҫтында үтте. Тарихтан күренеүенсә, Әптекәйгә 1761 йылда нигеҙ һалына. Иң тәүҙә байрамға йыйылыусыларға театрлаштырылған тамаша тәҡдим ителде. Барымтаға килгән ҡаҙаҡтар менән булған тарихты сәхнәләштереү бик отошло ине, ысынбарлыҡтағы хәлдәр, Бетәс, Һапар, Ҡәҙербәк һ.б. батырҙар тураһында мәғлүмәт, ошо ауыл тирәһендәге ер-һыу атамаларының килеп сығышы ололар өсөн дә, балалар өсөн дә берҙәй ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды.

Артабан халыҡ бында ауыл булғанлығын хәтерләтеп тороусы стеланы асыу тантанаһына йыйылды. Ололар зыярат яғына туғайға төшөп, әрүахтар рухына аят бағышланы, ҡорбан салынды. Әйткәндәй, бында Баймаҡ мәсетенең имам-хатибы Хөрмәтулла хәҙрәт Буранбаев, Өфөләге Рәсәй Ислам университетынан Әхмәт хәҙрәт Әхмәров, Сибайҙағы "Тәҡүә” мәсетенең имам-хатибы Әғләметдин хәҙрәт Ғәзизов һ.б. килгәйне.

Байрамға йыйылыусылар төшкө аш ашап, ҡорбан итенән ауыҙ иткәндән һуң, һәммәһе лә ҙур сәхнә янына йыйылды. Элек ошо ерҙе төйәк иткән, һәр ырыу, ара вәкилдәре, шулай уҡ сығышы менән эргә-тирәләге ауылдарҙан (уларҙың күбеһе хәҙер юҡ инде, мәҫәлән, Арман, Күктүбә, Тәңребирҙе ауылдарынан) булыусылар сәхнә түрен биләне – үҙҙәренең йыр-бейеүҙәре менән тамашасыны әсир итте. Шулай уҡ ауылдаштарына әйтер һүҙе булған һәр кем сәхнәгә менеп, үҙенең сәләмен еткерҙе, бер ыңғайҙан йырлап-бейеп тә төштө.

Ошо уҡ ваҡытта майҙан уртаһында төрлө уйындар башланды. Тоҡ менән һуғышыу, көрәш, һырғауылға үрмәләү, тоҡ кейеп, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, күҙ бәйләп бүләк ҡырҡыу һ.б. ярыштарҙа барыһы ла әүҙем ҡатнашты. Ат сабышы иһә йыйындың иң ҡыҙыҡлы өлөшө булғандыр, моғайын. Бүләктәр ҙә елле генә ине, берәү ҙә бүләкһеҙ ҡалманы, ә еңеүселәр иңенә ҡуй ятты. Бөтә ерҙә тәртип, хуш күңеллелек хөкөм һөрҙө, эсеп иҫереп, байрам йәмен ебәреп йөрөүсе булманы. Әптекәйҙәр үҙҙәренең тыуып үҫкән йәнтөйәгенә, тарихына, бөгөнгөһөнә битараф булмауын, ойоша һәм ойоштора белеүҙәрен күрһәтте. Афарин!

Әйткәндәй, күп кенә әптекәйҙәрҙең әлеге Сәйғәфәр ауылында йәшәүен иҫәпкә алғанда, уларҙың алыҫ араларҙы яҡын итеп ҙур йыйынға килгән ҡунаҡтарҙы йорттарын, урамдарын төҙөкләндереп, ауылдарына ҡот ҡундырып ҡаршылауы ла маҡтауға лайыҡ.

Сәлимә Кейекбирҙина.
«Һаkмар» гəзите. 30 июнь, 2011 йыл
Категория: Гәзиттәрҙән | Добавил: saigafar (31.07.2011)
Просмотров: 515 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: