Среда, 21.02.2018, 12:02


Һауа торошо
Категории раздела
Форма входа
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Мәҡәләләр: Статьи

Главная » Статьи » Гәзиттәрҙән

Исемең ҡалды ауылым тарихында
Йылдар үтеү менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡаһарманлыҡ күрһәткән яугирҙар йә ҡартлыҡтан, йә ауырыуҙан, уңалмаған яраларҙан вафат була. Ваҡыт үҙенекен ала, бер кемде лә йәлләмәй. Һикһәненсе йылдарҙа беҙҙең Сәйғәфәр ауылында ун биштән ашыу һуғыш ветераны бар ине. Шуларҙың араһынан Европа илдәрен азат итеүҙә ҡатнашҡан Әхмәҙулла Ғөбәй улы Мырҙабулатов тураһында яҙмаҡсымын.


Башланғыс белемде ул хәҙерге Ярат ауылында ала. Аслыҡ, яланғаслыҡ, яҡын ауылдарҙа ҙур мәктәптәрҙең булмауы, юлдарҙың насарлығы Әхмәҙулла Ғөбәй улының артабан уҡыу юлында кәртә булып тора. "Һуғыш башланғанда миңә 15 йәш ине. 22 июндә дошмандың баҫып инеүе бар кешеләр өсөн көтөлмәгән хәл булды. Бөтә ерҙә илау-һыҡтау тауышы яңғыраны. Шулай ҙа немец илбаҫарҙары ике-өс ай эсендә тар-мар ителәсәгенә һәр кем ышанды. 22 июндә бар ерҙә митингылар уҙҙы”,– тип хәтерләй торғайны ветеран.

Әммә ололарҙың эшенә егелгән үҫмергә лә 1943 йылдың 20 ғинуарында Ватан һағына баҫырға тура килә. Ул хәрби хеҙмәтен 214-се дивизияның 53-сө саперҙар полкында ябай һалдат-автоматсы булып башлай. Хәрби хеҙмәт әҙерлеге үткәс, 1943 йылдың авгусында II Украина фронты составында, ошо ерҙәрҙе азат итеү операцияларында ҡатнаша. 1944 йылда яраланып, госпиталдә дауаланғандан һуң, 25-се танк дивизияһы составында яңынан һуғыш утына инә. Бер ҡаты һөжүм мәлендә тағы яралана. Госпиталдән һуң Венгрия, Австрия, Румыния, Чехословакия ерҙәрен азат итеүҙә ҡатнаша. Тағы өс тапҡыр яраланып, ҡарауыл часына күсерелә. Яугир 1949 йылдың 7 апрелендә генә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.

Күкрәген бихисап награда биҙәгән Әхмәҙулла Ғөбәй улы ҡайтыу менән тырышып эш башлай. Ул осорҙа Сәйғәфәр ауылы һаман да 46-сы йылҡысылыҡ заводы бүлексәһе тип йөрөтөлә ине. Әхмәҙулла ағай малсылыҡ эштәрендә әүҙем ҡатнашты. Йәйен бүлексә малы өсөн бесәнде эҫкерткә һалыу, ҡышын ат менән мал өсөн бесән ташыу һәм башҡа төҙөлөш эштәрендә эшләне. Һуңынан Әхмәҙулла ағай балта оҫтаһы булды, һауын һыйырҙарын көттө. Башҡа бихисап эштәрҙе лә яратып, күңел менән башҡарҙы. Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүҙә ҙур әүҙемлек күрһәтте. 1957 йылда малсылыҡта һарыҡ малын күбәйтеү, Хөкүмәткә йөн тапшырыу эштәре йөкмәтелгәс, Әхмәҙулла ағайҙы Алтай яғынан һарыҡ тәкәләре алып ҡайтырға ебәрҙеләр. Ул ике ай сират көтөп, меңгә яҡын һарыҡ тәкәләрен алып ҡайтып, уларҙы көттө, өлкән чабан булды.

Бар эште лә ҙур яуаплылыҡ менән башҡарған Әхмәҙулла ағайға: "Һеҙ бер эштән дә баш тартмайһығыҙ, уны бәләкәйгә, ҙурға бүлмәйһегеҙ”, – тиеүемә, ул: "Мин бөгөн етәксе, иртәгә – ябай эшсе. Һуғыш эсенә инмәйем бит, тыныс эштә, илем, халҡым өсөн эшләйем. Шуға күрә бер эштән дә кәмһенмәйем, ҡайҙа ҡушһалар ҙа ризамын”, – тигәйне.

Партияның әүҙем ағзаһы, депутат итеп һайланған Әхмәҙулла ағай 1978 йылдың 24 апрелендә вафат булды. Шуныһы үкенесле, ул Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына бирелгән льготалар менән файҙалана алманы.

Азатлығыбыҙ өсөн көрәшкән ветерандарыбыҙға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтәйек, туғандар. Уларҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, һаулығын ҡурсалауға иғтибар бирәйек. Хәрби бурысын үтәп, ғүмерҙәрен ҡорбан иткән, бар эштә әүҙемлек күрһәткән атай-олатайҙарыбыҙ, ағайҙарыбыҙ рухына хыянат итергә ярамай. Был үҫеп килгән быуынды хәрби-патриотик рухта тәрбиәләүҙә лә оло әһәмиәткә эйә икәнлеген онотмайыҡ.

Фәүҡәт ЮНЫСБАЕВ.
Сәйғәфәр ауылы.
«Һаkмар» гəзите. 30 июнь, 2011 йыл
Категория: Гәзиттәрҙән | Добавил: saigafar (31.07.2011)
Просмотров: 460 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: