Среда, 21.02.2018, 12:04


Һауа торошо
Категории раздела
Форма входа
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Мәҡәләләр: Статьи

Главная » Статьи » Гәзиттәрҙән

«Дуҫлыҡ»та таланттар үҫә
   Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылы мәктәбендә «Дуҫлыҡ» бейеү студияһы 1996 йылдан алып уңышлы эшләп килә. Гүзәл Мөхәммәт ҡыҙы Рәхимова етәкләгән ансамблдә 50-нән ашыу уҡыусы 4 төркөмдә шөғөлләнә. Студияның репертуары йылдан-йыл яңыра, байый бара. Бейеүселәребеҙ башҡорт бейеүҙәренән тыш рус, мари, татар халыҡ бейеүҙәрен теләп башҡара. 


Байтаҡ йылдар «Ирәндек» халыҡ ансамблендә бейеп, тәжрибә туплаған Гүзәл Мөхәммәт ҡыҙы студияны үҫтереүгә, һәләтле балаларҙы асыҡлауға, уларҙы дәртләндереп, бейеү сәнғәтенә һөйөү уятыуға бар көсөн, тырышлығын һала. Шуғалыр ҙа «Дуҫлыҡ» бейеү студияһы ниндәй генә конкурста сығыш яһамаһын, һис һынатмай. Мәҫәлән, 2004 йылда бейеү бәйгеһендә «Коллектив бейеү», «Ансамбль» номинацияларында беренсе урын яулаһа, «Яңғырауыҡлы үксә» конкурсында икенсе урын алыуға өлгәште. 2009 йылда ла байтаҡ уңыштар яуланы.
Бейеүсе бейей-бейей оҫтара тигәндәй, коллектив концерттан-концертҡа тәжрибә туплай бара. Районда уҙғарылған саралар ҙа «Дуҫлыҡ» студияһының сығыштарынан тыш үтмәй. Уларҙың сағыу, матур, дәртле бейеүҙәре тамашасыларға шатлыҡ һәм күңелле минуттар бүләк итә. Әбделкәрим мәктәбен асыу тантанаһында ҡатнашыу, Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән яҡындан күрешеү—бейеүселәребеҙҙең күңелендә оҙаҡ йылдар һаҡланыр.

Эйе, бер генә ҡаҙаныш та еңел бирелмәй. Гүзәл Мөхәммәт ҡыҙының туҡтауһыҙ эшләүе, күнекмәләр үткәреүе, яңынан-яңы бейеүҙәр ижад итеүе—уңыштың төп нигеҙе. Етәксенең тырыш хеҙмәте Маҡтау ҡағыҙҙары менән дә бүләкләнгән. Студияның киләсәктә яңы үрҙәр яулауын теләйһе ҡала.

  Зөмәрә Күсәкова, Баймаҡ районы Сәйғәфәр мәктәбе уҡыусыһы.

«Атайсал» гəзите. 30 апрель, 2010 йыл
Категория: Гәзиттәрҙән | Добавил: saigafar (31.07.2011)
Просмотров: 439 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: