Среда, 21.02.2018, 12:05


Һауа торошо
Календарь
«  Август 2011  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031
Форма входа
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Главная » 2011 » Август » 23 » Һөйөнсө!
21:18
Һөйөнсө!

«Әптекәйҙә - ил яҙмышы» исемле Рауил Назаровтың китабы баҫылып сыҡты.

Ул Сәйғәфәр ауылында тыуып үҫеп, бөгөнгө көндә Сибай ҡалаһында йәшәүсе Рауил Назаров күптән түгел үҙенең "Әптекәйҙә - ил яҙмышы” тарихи китабын сығарҙы. 

Яҡташыбыҙҙың китабында ата-бабаларыбыҙ ҡасандыр төйәк иткән, заманында перспективаһыҙ булараҡ юҡҡа сыҡҡан ауылдар исемлегенә ингән Әптекәй ауылының үткәне тураһында оло быуын кешеләренең хәтирәләренә, яҙмаларына һәм архив материалдарына таянып яҙған. 

Китапта Әптекәй ауылынан сыҡҡан Ишмырҙа, Баймырҙа, Ибраһим (Күктүбә), Тәңребирҙе (Күрек), Арман ауылдары һәм кешеләре тураһында тулы мәғлүмәттәр табырға була.

Рауил Назаров Сәйғәфәр, Шəмсел, Мырҙабулат ауылдары тарихын да тулыhынса яҡтыртҡан.

Назаров (Хоҙайназаров) Рауил Әхмәҙулла улы

1962 йылдың 31 июлендә Баймаҡ районы һаҡмар (Сәйғәфәр) ауылында донъяға килә.

1-се һанлы һаҡмар 8 йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, 1977-1981 йылдарҙа Сибай педагогия училищеһын да белем ала.

Армияға тиклем һәм унан һуң Урал һәм һаҡмар  (Сәйғәфәр) мәктәптәрендә хеҙмәт һәм черчение дәрестәрен уҡыта. 

1989 йылда Башҡорт дәүләт аграр институтының механика факультетын тамамлай.

Тыуған ауылында механик вазифаhын башҡара, һуңынан крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштора. 

Хәҙерге ваҡытта Сибай ҡалаһында шәхси эшҡыуар.  


"Әптекәйҙә - ил яҙмышы”

/Сәйғәфәр, Шәмсел, Мырҙабулат ауылдары тарихы/

239 бит.

Просмотров: 885 | Добавил: saigafar | Рейтинг: 3.8/4
Всего комментариев: 1
1  
Бик хайбэт, очень понравилось

Имя *:
Email *:
Код *: