Среда, 21.02.2018, 12:05


Һауа торошо
Календарь
«  Февраль 2018  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
   1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728
Форма входа
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Тәңребирҙе (Күрек) ауылы

   Тәңребирҙе (Күрек) ауылының ревиз kағыҙҙарына байkау 

   XIX быуат башында 6-сы кантондың 7-се йортона ингән Тәңребирҙе (Күрек) ауылына Әптекәйҙең аҫабалары (32 ир-ат) Тәңребирҙе Ильясов исемен биреп нигеҙ kорғандар. 
Ә. Әсфәңдияров «Олатайҙарҙың бар тарихы».
1996 йыл, «Китап», 67 бит.

   Тәңребирҙе (Күрек) хәҙерге Йомаш ауылы менән Юлыk араһында, Яманташ йылғаһы буйында урынлашkан. Хәҙер ул ауыл бөткән ауылдар иҫәбендә. Тирә-яk ауыл кешеләре Күрек тауында сыkkан тип-тигеҙ тәбиғи ташты нигеҙ күтәреү әсән kулланалар һәм ул биҙәү әсән бик яkшы тәбиғи материал булып тора. Йомаш ауыл советы биләмәһенә kараған был ауыл 1946 йылға тиклем йәшәй. Халkы Совет власе дәүерендә руда сығарыу рудникгәрендә (Семеновск, Байkара) яңы барлыkkа килгән йылkысылыk хужалығының Аkморон ауылына, Аkтау ауылына һәм Йомаш ауылдарына күсенеп ултыралар. 1859 йылда Тәңғребирҙелө 92 кеше йәшәһә, 1920 йылда 90 кеше иҫәпләнә. 
   Тәңғребирҙенең атаһы Ильяс Күктүбә ауылына нигеҙ һалған Ибраһим Йосоповтың ағаһы. Ильяс Йосоповты бер урындан икенсе урынға күсенеп йөрөгән тиҙәр. Был дөрөҫлөккә бер аҙ тап килмәй. Сөнки ул 1750 йыл тыуған, ә 1817 йыл Әптекәйҙә үлеп kалған, күсенеп йөрөп өлгөрмәгән. 
   Ә бына улы Тәңребирҙе Ильясов Күктүбәгә, йә Күктүбәнән Тәңғребирҙегә күсенеп йөрөүе мөмкин. Ни әсән тигәндә ул Тәңғребирҙе ауылына алдараk, 1834 йылдан һуң, килеп нигеҙ һала, ә бер туған kустылары Биктимер, Таштимер һәм ике туған kустылары (Ибраһимдың улдары), уның артынан эйәрмәй дала яғына Күктүбәгә барып ултыралар. Шуға ул kустылары яғына ла барып йәшәп kарай, ауылы булғас, кире Тәңғребирҙегә әйләнеп kайта. Шул ике арала аҙашып йөрөп, барыбер Тәңребирҙелә оҙаk йәшәй алмайҙар. Балаларымы икән, әллә үҙе ме икән кире Әптекәйгә әйләнеп kайта. Унан таралған нәҫел Әптекәйҙә Тәңребирҙин Суфиян. Уның улы Тәңғребирҙен Уйылдан Бөйөк Ватан һуғышында яу яланында ятып kала. Әлеге ваkытта Уйылдан олатайҙың әбейе Ғәфирә инәй тере. Ул Әптекәйҙең йөҙ йәште үткән иң өлкән кешеһе.
   Шулай итеп Тәңребирҙиндәр 1859 йылғы ревиз kағыҙҙарҙа Күрек ауылында иҫәптә юkтар.
   Ә бына икенсе кеше Хоҙайбирҙе Алдаровтың (1757-1815) нәҫеле Тәңребирҙелә ишәйеп таралып китә. Хоҙайбирҙиндәр менән Тәңребирҙиндәр туған булыуҙары мөмкин. Тәңғребирҙиндәрҙен үҙ ерен Хоҙайбирҙегә биреүе быға ишара яһай. Йосоп менән Алдар бер туған, йәки Йосоп Алдарҙың улы булыуы мөмкин. Был турала эҙләнеүҙәр алда әле.
   Хоҙайбирҙе Алдаровтың ике kатынынан 7 улы билдәле. Улар: беренсе kатынынан Теләүбирҙе /1778/, Ҡотлобирҙе /1789-1833/, Салауат /1791-1831/, Саламат /1795/ һәм Ғәли /1812/, ә икенсе kатынынан Шәһиәхмәт /1814/, Шахмөхәмәт /1815/. Улар бөтәһе лә 1816 һәм 1834 йылғы перепись мәғлүмәттәре буйынса Әптекәй ауылында билдәләп үтелгән.


   1859 йылғы 10-сы ревиз kағыҙҙарында был кешеләр Тәңғребирҙе ауылында йәшәйҙәр тип яҙылған.
   Теләүбирҙенең улдары: Сюрибай 1803, Мөхәмәҙиәр 1820, Азамат /1822/, Ҡазаkбай /1824/, Мөхәмәтғәли /1828 й/. 
   Сюрибайҙың улдары: Шаһит /1830/, Рамаҙан /1839/, Ишбулды /1843/, Ишкинә /1845/, Ишмырҙа /1849/.
   Мөхәмәдиәрҙең улы: Кафтаран /1847/.
   Азаматтың улы: Хәфиҙулла /1858/.
   Ҡаҙаkбайҙың улы: Фәтхулла /1859/. 
   Быларҙан таралған фамилиялар Телөүбирҙиндәр һәм Сирбаевтар. Улар Аkмороңда һәм Йомаш ауылдарында йәшәйҙәр.
   Ҡотлобирҙенең улдары: Әхмәтғәли /1811/, Ғәли /1820/, Мәһәҙей /1821/, Әбдрәхмән /1824/, Шаһаметдин /1827/, Мөхәмәтсафа /1829/, Әхмәтсафа /1833-1853/.
   Әхмәтғәлинең улдары: Мөхәмәтсәлих /1839/, Мөхәмәтсадиk /1843/, Мөхәмәтшафиk /1845/, Мөхәмәтғәли /1852/, Мөхәмәтвәли /1856/, Мөхәмәтсафа /1858/.
   Ғәлинең улдары: Солтанәхмәт /1848/, Ҡотлоәхмәт /1854/.
   Мәһәдейҙең улдары: Хөснөтдин /1846/, Абдулхаk /1853/.
   Әбдрәхмандың, улдары: Булхәсән /1853/, Йыһангир /1858/.
   Салауаттың улдары: Ноғоман /1819/, Кәләм /1822/.
   Салауат бик иртә үлгәс балалары ике туған kустыһы Сюрибай Теләүбирҙин kарамағында үҫәләр.
   Саламаттың үҙенең улдары: Әсәтулла /1829/, Хисаметдин /1824/, Үҙәнбай /1840/, Төхвәтулла /1845/.
   Быларҙан таралып киткән фамилиялар хәҙер Ҡотлобирҙиндәр, Мәһәҙеевтар, Ноғомановтар. Улар Йомаш һәм Аkтау ауылдарында йәшәйҙәр. 
   Шәһиәхмәттең улдары: Абдуллатип /1833/, Абдулkадир /1840/, Юлдыбай /1844/, Иҙелбай /1858/.
   Шахмөхәммәттең улдары: Кәҙербай /1845/, Шаһисолтан /1849-1854/.
   Хоҙайбирҙе нәҫеленән башkа был ауылда тағын өс ғаилә теркәлгән. Улар Әбүшахман Ҡазаkбаев Марғынбаев, Фәим Бикkолов Ҡансурин — Баймырҙаға күсеп киткән Ҡансуралар тоkомонан. Балалары билдәһеҙ. Ҡатыны Кулгәүһәр Балапановаға 53 йәш. Өсөнсө ғаилә - муллалар тоkомонан Абдуллатиф Әбдүлкәримов Абдразаkов. Әбдүлкәрим Абдразаkов Сәйғәфәрҙә йәшәгән Истәковтарҙың ата-бабаһы Нәҙершә Истәков һәм Мөкминовтарҙың ата-бабаһы Әбделмөкмин Истәков менән туғандар.
   Әбделлатиф имам һәм мөғәллим була. Уны Әптекәйҙән Ырымбур губернаторы бойороғо менән Тәңребирҙегә күсереп ултырталар. Уның үҙенән 20 йәшкә йәш kатынынан биш улы һәм ике kыҙы була. Өлкән улы Мөхәмәтғәрифтән kыҙы Ғәрифәгә 1859 йылда дүрт йәш була. Ҡалған улдары Ғәбитулла, Ғөбәйҙулла һәм Ғөзизулла.
   Ҡотлобирҙиндәрҙән Әбделфәиз ағай һаkмар колхозында эшләп хаkлы ялға сыға. Ул тыл һәм хеҙмәт ветераны. Тормош иптәше менән алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
   Ҡотлобирҙин Салауат ағай механизатор булып «һаkмар» колхозында оҙаk йылдар эшләй.
   Шахмөхәмәтов Хөснөтдин ағай «һаkмар» колхозында водитель булып эшләй. Тыл һәм хеҙмәт ветераны. Ҡатыны Нәkиә апай менән 5 бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
   Тәңребирҙе ауылы бөткәс, ҙур ғаилә Ноғомановтар Байkара аша Аkтау ауылына килеп төпләнәләр. Ноғомандың kатыны һылыубикә Ғөбәйҙуллина 1825 йылғы.
   Уларҙың балалары: Бикмөхәмәт/1848 йылғы/, Ғәйшә /1847/, Латифа /1851/, Хәҙисә /1854/, Ғәбиҙә /1857/.
   Бикмөхәмәттең улы Дөсмөхәмәт Тәңребирҙе ауылынан Байkара руднигеңдә ғаиләһе менән эшкә килә. һуғыш башланғас хеҙмәт армияһына китә. Сталинградты төҙөкләндереүҙә kатнаша. Ҡатыны Зәбихә Яркынбаева Йомаш kыҙы. Уларҙың балалары: Әбделәхәт /1928/, Ильяс, Кинйәғәли, Әбделсамат /1935/, Хәтифә /1942/, Зөләйха 1945, Фәтихә /1952/.
   Әбделәхәт хеҙмәт һәм тыл ветераны, алдынғы чабан булып эшләп хаклы ялға сыға. Бик күп орден һәм миҙалдарға лайыk була. Ҡатыны Гөлгөнә менән алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ильяс алдынғы механизатор булып, kатыны Миңниса менән ете бала тәрбиәләйҙәр.
   Әбделсамат механизатор булып Баймаk савхозының Аkтау бүлексәһендә эшләй. Ҡышын, яҙын Т-4А «Алтай» тракторында, көҙөн комбайында уңыш йыя. Беренсе kатыны Таңһылыу менән өс бала, икенсе kатыны Сәмсикамал менән 7 бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
   Ноғоманов Ильяс ауыр һуғыш йылдарында йылkы хужалығыңда табунсы була. һуғыш бөткәс, механизатор булып сиҙәм ерҙәрҙе күтәреүҙә kатнаша.
   Ноғоманов Кинйәғәли Баймаk совхозында механизатор ҙа, агроном да булып эшләй. Хәҙер уландары менән ер алып, фермер хужалығы ойошторған.
   Тәңребирҙе ауылы тарихын яҙғанда, уның эргәһендәге ер-һыу атамаларынан Бураkай тауы тураһында яҙмай үтеп булмай.
   Борон замандарҙа, kазаk яуҙары ваkытында, kарымтанан kазаkтар kыуып килгәндә, Бураkай тау башына менеп уk атыша башлай. Бер ваkыт Бураkай батырҙың уkтары бөтә һәм ул вак ағастан уk яһап kазаkтарға ата. ләкин һуңғы сиктә Бураkай батырҙы kазаkтар үлтерә. Батырҙы шул тау башына ерләгәндәр. Шул ваkыттан был тау Бураkай тауы исеме менән йөрөтөлә башлай.
Рауил Назаров
"Әптекәйҙә - ил яҙмышы” 2011 йыл