Понедельник, 23.07.2018, 14:42


Һауа торошо
Календарь
«  Июль 2018  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031
Форма входа
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Шәжәрәләр, аралар

"Шәжәрәһеҙ әҙәм – тамырһыҙ ағас, ҡайҙа ел, шул яҡҡа ауа”
                                                                                                  Башҡорт халыҡ мәҡәле.

 Әбилевтар, Собханғоловтар  шәжәрәhе 

 Йүкəлəр араhы

 Әбилевтар, Ишдəүлəтовтар, Йəнбаевтар  шәжәрәhе 

 Йүкəлəр араhы

 Назаровтар (Хоҙайназаровтар), Сафиндар шәжәрәhе 

 Һуйырҙар араhы

 

 Ирмəковтар  шәжәрәhе 

 Ҡазаkтар араhы

 

 Истəковтар, Мөьминовтар шәжәрәhе 

 Истәктәр араhы

 

 Күбәковтар шәжәрәhе 

 Ҡалтырса араhы

 

 Тәңгребирзиндар, Талиповтар шәжәрәhе 

 Таҙлар араhы

 

 Мырҙабулатовтар шәжәрәhе 

 Торналар араhы

 

 Сәғитовтар шәжәрәhе 

 Торналар араhы

 

 Сәйғәфәровтар шәжәрәhе 

 Мәсәкәйҙәр араhы

 

 Юнысбаевтар шәжәрәhе 

 Таулылар араhы

 

 Алсынбаевтар шәжәрәhе 

 Таулылар араhы

 

 Аkбулатовтар шәжәрәhе 

 Көҙәндәр араhы

 

 Килдеғошовтар шәжәрәhе 

 Тупәйҙәр араhы

  
  
  
  
  
  


   Ауылыбыҙҙың аралары 

   Борон-борондан башkортта бер төптән, бер нәҫелдән булған ғаиләләрҙе түбәләргә, йә араларға бүлгәндәр. Шулай уk kушамат исемдәре биреү ҙә киң таралған. Ҡушаматтар йәнлек, kош, йә кешенең kиәфәтенә, ғәҙәтенә kарап kушылған. Был ара исемдәрен, kушаматтарын беҙҙең яk халkы кешеләре бер ғорурлыk менән әйтәләр. 

   Ауылда иң киң таралған араларҙың береһе «һуйырҙар» араһы. Улар бөтәһе лә сығыштары менән Әптекәйҙәр. Әптекәй kарттан таралған тоkом. Ни өсөн kош исемен kушkаңдарҙыр - «һуйырҙар» аңлата алмайҙар. Быуаттан -быуатkа күсеп килгән ырыу-ара исеме икәненә ышаналар. Сәйғәфәрҙә «һуйырҙар» араһы Назаровтар, Сафиндар, Аkмороңда Мөхәммәтрәхимовтар. 

   Икенсе ҙур ара - «Йүкәләр». Уларҙың бер араһы Сәйғәфәрҙә йәшәһә, күптәре Ишмырҙала йәшәйҙәр. Улар борондан килгән ара. Ишмырҙа ауылы kарттары һөйләүенсә, борон ер һатkан ваkытта былар икеләнеп торғандар. Кемеһелер әйткән, йүкә һымаk һығылып — бөгөлөп тормайыk, йә һатабыҙ, йә юk тигәндәр. Ишмырҙала Саппаровтар һәм башkалар үҙҙәрен «һапарлар» араһы тиҙәр. Был да дөрөҫ. Ни өсөн тигәндә, Сәйғәфәр «йүкәләренең» һәм Ишмырҙа «һапарҙарының» ата бабалары бер — ул реаль шәхес Сафар (һапар), һапарҙарҙың kайһы берәүҙәре үҙҙәрен беҙ «kорҙар» араһы тиҙәр. «Йүкәләр» араһы Сәйғәфәрҙә Әбилевтар, Ишдәүләтовтар, Собханғоловтар, Йәрмөхәмәтовтар, Йәнбаевтар, Күсәрбаевтар, Сүрәкәйевтар. Ишмырҙала «Йүкәләр» араһы Ишмырҙиндар, Ғибәҙуллиндар, Ҡылысбаевтар, Арысланбаевтар, Сапаровтар, Байымовтар. 

   Әптекәй сығышлы ара - «Ҡаҙаkтар». Был исемле аралар башkорттарҙа һәр бер ырыуҙа барҙыр ул. Аңлатыуы ла еңел — беҙҙең ауылдағы kаҙаkтарҙың ата-бабалары kазаk тоkомонан булған. Ул аралар Сәйғәфәрҙә Ирмәковтар, Ишмырҙала Сариңдар, Юлановтар. 

   Артабан, Әптекәй сығышлы ара «Истәктәр». Быларҙың борон Истәк исемле ата-бабалары булған. Истәк аралары Сәйғәфәрҙә Истәковтар һәм Мөкминовтар.

   «Ҡалтырса» лар юk-барға kалтырап барғандар. Улар ҙа Әптекәй сығышлы. Күбәковтар һәм Ғөбәйҙуллиндар, Үлйәбаевтар - «kалтырса» лар. 

   «Игәүҙәр» араһы Сәйғәфәр ауылында күптәр, улар Мөхәмәтдиновтар. Бер үк нәмәне күп һөйләгәнгә уларҙы «Игәү» тигәндәр.

   Әптекәй сығышлы Тәңребирҙиндәр «Таҙлар» араһы. «Таҙлар»-бик боронғо ара. Монгол яуына тиклем билдәле булғандар. Таҙларҙан Сәйғәфәрҙә Ғәфирө әбей Тәңребирҙина ғына тере. Семеновскиҙағы Әптекәй сығышлы Талиповтар - «таҙлар».

   Сәйғәфәргә яkын-тирә ауылдарҙан килеп ултырыусыларҙың да ырыу-ара исемдәре бар. Мырҙабулатовтарҙы «Торналар» араһы тиҙәр. Оҙон булғанғалыр күрәһең. «Торналар» араһы — Мырҙабулатовтар, Сәғитовтар, Йәғәфәровтар.

   Йомаштан килеп ултырған Алсынбаевтарҙы «Таулылар» тиҙәр. Йомаштағы Алсынбаев Илгиз kарт һөйләүенсә, дөрөҫөрәге «даулы» була. Борон бер ата-бабабыҙ kырҙа тыуғанда нык даулап, тауыш сығарып яткан, имеш. «Таулылар» ға Сәйғәфәрҙә Юнысбаевтар ҙа инә. «Таулылар» тураһында икенсе фараз. Бынан 400 йылдар элек башkорттың буш яткан ерҙәренә, һорауһыҙ сыуаш халkы килеп ултыра башлай. Шул вакыт Бөрйән башкорттары сыуаштарҙы был ерҙән kыуа башлайҙар. Шул бола вакытында сыуаштар өйҙәрен ташлап kасырға мәжбүр булалар. Ҡасkаңда бер сыуаш ғаиләһе, kабаланып сәңгелдәктә ятkан ир-балаһын онотоп kалдыра. Шул мәлдә баланы кем ала тип башkорттар үҙ-ара талашып, даулашып китәләр. Оҙаk даулашkандан һуң, Алсынбаевтар араһынан балаһы булмаған бер kартkа бирергә булалар. Балаға Йәҙигәр тип исем kушалар. Сыуаштар гел дә сабата кейгәнгә, таулы-сабатаһы баулы, тигән ара исеме kалған.

   Тағын бер ҙур ара «Мәсекәйҙәр» араһы. Сәйғәфәрҙә улар; Сәйғәфәровтар һәм Байегетовтар. «Мәсекәйҙәр» Байыш ауылында ла бар.

   «Көҙәндәр» араһы-Аkбулатовтар. «Көҙәндәр» тигәндәр, сөнки Аkбулатовтар кешегә бик тә kатышып бармағандар. Шуға уларҙы йәшенеп ятkан көҙәнгә оkшатkандар. 

   Иҫәновтарҙы «Мишәрҙәр» тигәндәр. Бынан 150-160 йылдар элек батша заманында, ерһеҙ мишәр халkы атлы ғәсkәрҙә хеҙмәт иткән. Шул вакытта Иҫәновтарҙың олаталарының береһе мишәр kыҙын кәләш итеп алған. 

   Килдеғошовтарҙы «Түпәйҙәр» тип йөрөткәндәр. Сөнки Килдеғошовтар бер һүҙҙе лә тотмаған, шуға улар тураһында «Туғыҙ түпәйгә бер аkыл» тигәндәр.

  Рауил Назаров "Әптекәйҙә - ил яҙмышы” 2011 йыл китабы kулланылды