Вторник, 22.05.2018, 07:03


Һауа торошо
Календарь
«  Май 2018  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031
Форма входа
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Шәмсел ауылы

Шәмсел ауылы

Сәйғәфәр ауылын Шәмселһеҙ күҙ алдына килтереп булмай. Икеһе бер ауыл тигәндә лә була. Сәйғәфәр ауылы Баймаk-Ишбирҙе юлының һул яғында, Шәмсел уң яғында ята. Сәйғәфәр яғында ултырған бер өйҙә Юнысбаев Ғариф ағайҙың өйө лә Шәмсел ауылы өйө. Ауылда бөтәһе лә Юнысбаевтар. Уларҙың туғанлыk ептәре Шәмсел кешеләрен тәбиғәт балалары тип әйтеп була. Улар һәйбәт һунарсылар һәм бик оҫта балыk аулаусылар. Шәмселдәр-бик тә тырыш кешеләр, күп итеп ат, һыйыр малы үҫтерәләр.

Ауылға нигеҙ һалыусы Шәмселмәғариф Мөхәмәтғәли улы Юнысбаев 4-се бала булып (1851 йыл) Йомаш ауылында доньяга килә. Уның атаһы Мөхәмәтғәли Юнысбай улы Дәүләтбирҙин 1821 йылғы була. Юнысбайҙың ике kатыны булған: өлкәне Ҡунафия Рыскилдинанан Сәйфелмөлөк /1811 й./, Мөхәмәтғәли /1821 й./тыуа. Йәш kатыны Бибизарифа Кинйәбаеванан 4 улы була: Баһауитдин, Хаммат, Иҙрис, Ғабдулла. 

Уфа. ЦГИА.Ф-138. о-2. Д.Юмашево. дело 758.

Юнысбайҙың атаһы Дәүләтбирҙе, kартатаһы Йылkыбай исемле була. Йылkыбай 1700-се йылдарҙа тыуған булырға тейеш. Юнысбайҙың бер ағаһы Балыkбай /1776-1854 й./, ике kустыһы: Алсынбай /1791-1851 й./ һәм Тауылбай /1794 й./ билдәле.

Уфа. ЦГИА.Ф-138. о-2. д.Юмашево. №док. 20130.

Дәүләтбирҙенең kустыһы Тимербай иртә үлә һәм унан kалған өс малайҙы: Дәүләткилдене, Иҫәнгилдене, Мырҙагилдене Балыkбай үҙ ғаиләһендә үҫтерә. Юнысбайҙарҙы һәм Алсынбайҙарҙы «таулылар» араһы тип йөрөтәләр. Бабайҙар һөйләүенсә, табылған һәм даулап яткан баланы Алсынбайҙарҙың бер kартына биргәндәр, имеш.

Ысынында: Тауылбай уларҙың kустыһы, ысынлапта ул баланы тапһалар һәм уға Тауылбай тип исем kушһалар, уны Дәүләтбирҙе kарт үҙе тәрбиәләй, шуға уларҙың араһы «Таулылар» булып китеүе бик тә мөмкин. Тауылбай 1859 йылғы иҫәп ваkытында күрһәтелмәй. Ул үлгән, йә икенсе яkkа күсеп киткән. Былар бөтөһелә Шәмселмәғәрифтең тыуғандары. Шәмсел ир kорона инеп, 25 йәштәр тирәһендә әйләнеп, хәҙерге Шәмсел ауылы ултырған урынға йорт төҙөй. Был 1876 йылдар тирәһе була. Тиҙҙән был урыңды оkшатып, kалған ағалары ла килеп ултыралар. Яйлап һаkмар йылғаһының уң яk ярында, kалkыуырак урында, бер бәләкәй генә ауыл барлыkkа килә. XIX быуат аҙағында Ырымбур ер кадастр контораһы, үҙенең шул йылдарҙа Орск kалаһында сығарылған картаһына Шәмсүбә /Шамсуба/ ауылы тип билдәләп тә kуя.

Шәмселмәғариф бер ярлы егет була һәм һаkмарҙа балык аулау менән шөғөлләнә. Байыға төшкәс, һаkмарҙа һыу тирмәне kороп ала. Өс kатын ала һәм күп балалары була. Туғандары һәм балалары менән ер эшкәртеп арпа һәм һоло сәсәләр. Шөмселмағариф Юнысбаев 1922 йылда 71 йәшеңдә үлеп китә.

Беренсе донья һуғышында (1914 й.) Юнысбаевтарҙан Юнысбаев Ғатаулла һуғышта kатнашып, әйләнеп kайта алмай. Юнысбаев Фазулла Хәмзә улы 1925 йылда Йомашта төҙөлгән комсомолецтар ойошмаһын етәкләй, ә ағаһы Вәлиулла Хәмзә улы 1929 йылда партия сафына инеп, партияның алғы һыҙығыңда була.

1929 йылда «һаkмар» колхозы ойошторолғас, Шәмселдәр колхоздың бер бригадаһы булалар. Колхозсылар Йомаш ауылына йөрөп, тырышып эшләгәндәр. Шулай булһала 1930-сы йылда «кулак» тип Юнысбаев Сәнғәт Шәмсетдин улын (Шәмсел улы булырға тейеш) /1890 й./ kулға алалар. Уны оҙаk тотмай - 5 ғинуар 1931 йыл, иң югары язаға, атыуға хөкүм итәләр. 1937 йылдарҙа «Йылkысылар эше» менән Шәмселдән:

Юнысбаев Зәкәриә Шәмсел улын /1907 й./- 10 йылға,
Юнысбаев һиҙиәт Рамаҙан улын /1889 й./- 10 йылға,
Юнысбаев Яхия Шәмсел улын /1897 й./- 8 йылға алып китәләр.

Тағын бер кеше Юнысбаев Ҡорбанғали /1871 й./- 1929 йыл кулак мәһәре менән төрмәгә алып китәләр. Әммә ул бер йыл үткәс аkлана. Бөйөк Ватан һуғышы Шәмселдән Юнысбаев Яkуп, Юнысбаев Йосоп, Юнысбаев Ғөбәйдулла, Әхмәтсафа, Исхаk, Шәрифулла, Ғибат, ә 1943 йылда Юнысбаев Ильяс, Садиk һуғышkа китәләр, һәм еңеү менән тыуған яkтарына әйләнеп kайталар.

Юнысбаев Халик, Әҙеһәм һәм Мотаһар һуғыш яландарында ятып kалалар.

Һуғыштан һуңғы вакыттан Шәмсел ауылы менән Комсомол (Сәйғәфәр) ауылы яҙмыштары бер. Улар бергәләшеп, тәүҙә 46-сы йылкысылыk хужалығында, аҙаkтан Баймаk совхозының комсомол бүлексәһендә эшләйҙәр.