Вторник, 22.05.2018, 06:56


Һауа торошо
Календарь
«  Май 2018  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031
Форма входа
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Әптекәй йыйыны

   2011 йылдың 25 июнендә боронғо ауылдарҙың береһе, заманында перспективаһыҙ булараҡ юҡҡа сыҡҡан Әптекәй ауылы халҡы һәм тамырҙары уға тоташҡан кешеләр Бетәс тауы итәгенә ауылдың 250 йыллығын билдәләргә йыйылды.

   Әптекәй йыйыны. Фото /ссылка/

 




    Әптекәй ауылы МР3
    Исмәғил Ғөбәйҙуллин hүҙҙəре  
    Эльмира Назарова көйө




Әптекәй йыйыны. Фотоклип




БСТ. Әптекәй йыйыны. Интервью Рауил Назаров




Баймаk ТВ. Әптекәй йыйыны

   


Һуңғы осорҙа халҡыбыҙ үҙенең милли асылына ҡайтып, тарихы менән ҡыҙыҡһына, ырыуҙаштарын, нәҫел-нәсәбен барлай. "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, Шәжәрә байрамдары үткәрелә.

25 июндә боронғо ауылдарҙың береһе, заманында перспективаһыҙ булараҡ юҡҡа сыҡҡан Әптекәй ауылы халҡы һәм тамырҙары уға тоташҡан ауылдаштар ҙур йыйынға йыйылды. 

Йыйындың төп маҡсаты: Әптекәй ауылының 250 йыллығын билдәләү.

Байрам театрлаштырылған тамашаны ҡарауҙан башланды. Ысынбарлыҡтағы булған хәлдәр, Бетәс, Һапар, Ҡәҙербәк батырҙар тураһында мәғлүмәттəр, ер-һыу атамаларының килеп сығыу тарихы менəн таныштырыу ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды.

Сараның икенсе өлөшө тулҡынландырғыс мəл булғандыр, моғайын. Был ерҙə ҡасандыр Әптекәй ауылы булғанлығын хəтерлəтеп тороусы стелланы асыу тантанаhы үтте.

Ҡунаҡтар, Баймаҡ мәсетенең имам-хатибы Хөрмәтулла хәҙрәт Буранбаев, Рәсәй Ислам университеты вəкиле Әхмәт хәҙрәт Әхмәров, Сибай "Тәҡүә” мәсете имам-хатибы Әғләметдин хәҙрәт Ғәзизов сығыш яhанылар.

Байрамға йыйылыусылар ҡорбан ашынан ауыҙ иткәндән һуң, барыһы ҙур сәхнә янына йыйылды. Касандыр ошо ерҙе төйәк иткән, һәр ырыу, ара вәкилдәре сәхнә түрен биләп, үҙҙәренең сығыштары менән барыhын әсир иттеләр. Шул уҡ ваҡытта майҙанда төрлө уйындар ойошторолдо. Шуны билдәләп үтеү мөhим: йыйын "Беҙ - айыҡ тормош яҡлы” девизы аҫтында үткəрелде.

Шуға ла бөтә ерҙә тәртип, хуш күңеллелек, ихласлыҡ хөкөм һөрҙө. Бының менəн Әптекәйҙәр үҙҙәренең тыуып-үҫкән йәнтөйәгенә, тарихына, бөгөнгөһөнә битараф булмауҙарын, шулай уҡ ойоштороу һәлəттəрен тулыhынса асып бирə алдылар. Афарин!

Йыйынды үткəреүгə Сәйғәфәр ауылы халҡы күп көс hалды. Йорттарын, ихаталарын тəртипкə килтерҙелəр. Ауыл бөтөнлəй икенсе төс алды.

Байрамды ойоштороуға Сибай ҡалаһында йәшәүсе эшҡыуар Рауил Назаров күп көс hалды, уның ауыл тарихына ҡағылышлы «Әптекәйҙә - ил яҙмышы» исемле китап та бастырып сығарыуы айырым иғтибарға лайыҡ. Ауылдаштар уға бик ҙур рәхмәтле.