Понедельник, 23.07.2018, 14:45


Һауа торошо
Календарь
«  Июль 2018  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031
Форма входа
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Әптекәй ауылы


  XVIII быуат башында Әптекәй аҫабалары нигеҙ һалған ауылдар /ревиз kағыҙҙарына байkау/: Ишмырҙа
                                                                                                                                              Ибраhим (Күктүбә)
                                                                                                                                              Баймырҙа
                                                                                                                                              Тәңгребирҙе (Күрек)
                                                                                                                                              Арман

   Беҙҙең яҡтарҙағы ауылдар исеме XVII-XVIII быуаттарҙа уҡ төрлө документтарҙа телгә алына башлай. Тарихсыларға билдәле сығанаҡтарҙа Әптекәй ауылы 1781 һәм 1795 йылдарҙағы документтарҙа күрһәтелгән.  
   Шуға күрә был ауыл XVIII быуаттың уртаһында, дөрөҫөрәге икенсе яртыһында Әптекәй исеме менән йөрөтөлә башлаған, тип фаразларға була.

   Тарих төпкөлөнә сәйәхәт итәйек.  
   1781 йылда Бөрйән ырыуы ерҙәренә Казан яғы Арса төбәгенең татарҙарын индергән саҡта, ата-бабаларыбыҙ ерҙең аренда договорына ҡул ҡуйғандар. 10 йылға тип индерелгән аренда ваҡытына 50 йыл үтеп киткәс беҙҙең яҡ аҫабалары, Юлыҡ татарҙарының договор ваҡыты үтте, тип, тауыш күтәрә башлағандар. Шуға күрә Ырымбурҙа суд үткәреү мәшәҡәте кәрәк булып сыға. Был судҡа Әптекәй ауылынан 39 йәшлек, Сәфәрғәле Дәүләткилдин тигән кеше саҡырыла. Әммә был суд аҫаба халыҡ файҙаһына булмай. Аренда ваҡыты оҙайтыла һәм ваҡыт үтеү менән онотола.
Дело ЦГИА РБ. Ф.2. Оп. 1. Д. 4605.

   Ырымбур губерна идаралығы указы менән Казан яғынан ялсы хеҙмәтен үтәргә тип алып килеп ултыртылған татарҙар беҙҙең яҡта мәңгелеккә тороп ҡала һәм урындағы аҫаба халыҡ менән туғанлашып, ҡоҙалашып, дуҫлашып йәшәп китәләр.
   Тимәк, һығымта: Әптекәй ауылы кешеләре 1781 йылғы договорға ҡул ҡуйған ваҡытта үҙҙәрен аҫаба, ерле халыҡ тип танытып ҡалдырған.
   Ауылға исем ҡушҡанда өлкән, ихтирамлы кешенең йәки бер батырҙың һәм кем беренсе килеп нигеҙ ҡора - шуның исемен һайлағандар.
  Сәйғәфәр ауылында йәшәгән «Һуйырҙар» араһы шәжәрәһен байҡағанда, Әптекәй исемле кешенең булғаны күренә һәм 1816 йылғы, 1834 йылғы архив материалдарының Ырымбур губернияһы Верхнеурал өйәҙе алтынсы кантондың 7-се йортона ҡараған Әптекәй ауылында Әптекәй исемле кешенең балалары йәшәүе тураһында боронғо иҫәпселәр яҙып ҡалдырған. Уның беренсе улы Хоҙайназар 1768 йылғы, иң бәләкәйе Мөхәммәтәмин 1790 йылғы була.
   Ошонан күренеүенсә, Әптекәй 1730 йылдарҙан 1790-1800 йылға тиклем арала йәшәгән, тип әйтеү бер ҙә яңылыш түгел. Шулай булғас, Әптекәй Бикәй улының («Һуйырҙар» араһы шәжәрәһендә Әптекәйҙең атаһы Бикәй тип әйтелә) ир ҡорона етеп, ауылға уның исемен бирерлек ваҡыт - 1760-1765 йылдар. Ауылға исемен ҡушырҙай кеше булғас, ул ниндәйҙер бер эше, батырлығы менән ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанырға тейеш. Ә был ваҡытта ниндәй һуғыштар булып үткән һуң? 1756-1763 йылда башҡорттар казак яугирҙәре рәтенә индерелеп, ете йыллыҡ һуғышта ҡатнашырға йәлеп ителә.
   Ете йыллыҡ һуғыштан Әптекәй Бикеев ниндәйҙер бер ҡаһарманлығы өсөндөр ауылдаштары хөрмәтләп элекке ауылға үҙгәртеп уның исемен бирәләр. Ул һуғыштан 1763 йылда ҡайтһа, боронғо ауыл ошо йылдан Әптекәй исеме менән йөрөтөлә башлай.
  Шулай итеп, Әптекәй ауылы 1763 йылда барлыҡҡа килгән, тип икеләнмәй әйтергә була. Әптекәй ауылына быйыл 248 йыл.


   1816 йылғы «ревиз» документтарының формуляр исемлегендә Әптекәй ауылының йорт хужалары:

1. Ибраһим Йосопов - 59 йәш
2. Истәк Абдраҙаков – 81 йәш
3. Аҙнабай Көбәков – 44 йәш
4. Булат Ҡансурин – 85 йәш
5. Баймырҙа Ҡансурин-старшина ярҙамсыһы- 51 йәш
6. Ситдыҡ Ирназаров – 54 йәш
7. Ҡасҡын Ирназаров - 49 йәш
8. Йылан Елизаров – 66 йәш – 1811 й. үлә
   Ирмәк Саринов - 39 йәш
   Сирай Саринов – 34 йәш  
9. Ҡунаҡбай Малабаев – 64 йәш
10. Танһыҡбай Итҡолов – 40 йәш
11. Ильяс Йосопов – 58 йәш
12. Бикташ Мөхәммәтшин – 58 йәш
13. Алтынса Юлдашсы – 34 йәш
14. Барлыбай Аҡмәмбәтов – 32 йәш
15. Раҡай Аҡмәмбәтов – 26 йәш
16. Балта Бикколов – 31 йәш
17. Ҡотлоғужа Ҡөбәҡов – 66 йәш
18. Иҫәнбирҙе Буранов – 43 йәш
     Хоҙайбирҙе Буранов – 31 йәш
19. Торсонбай Малгилдин – 45 йәш
20. Ҡилдияр Күсәрбаев – 40 йәш
21. Бикбулат Биккинин – 66 йәш
22. Тотман Биккинин – 59 йәш
23. Бултерәк Сафаров – 75 йәш
24. Туҡай Сафаров – 61 йәш
25. Әбил Сафаров – 68 йәш
26. Байым Сафаров – 68 йәш
27. Яңыбәк Әлимғужин – 54 йәш
28. Ҡаҙыбәк Әлимғужин – 43 йәш
29. Ишҡол Буранов – 89 йәш
30. Хоҙайбирҙе Алдаров 1815 йылда үлгән
     улы – Теләүбирҙе Алдаров - 28 йәш
31. Ғаҙаҡбай Малабаев – 49 йәш
32. Ҡөбәҡ Мөхәмәтшин – 64 йәш
33. Хоҙайназар Әптекәев – 48 йәш
34. Тәңребирҙе Ильясов - 32 йәш
35. Йосоп Солтанбәков, Ҡулбай Солтанбәков
36. Дәүләткилде Ғабдулзәлилов – 66 йәш
37. Брәле Үлмәҫҡолов – 36 йәш
38. Үльябай Ҡөбәҡов – 44 йәш
39. Әйүп Саринов – 60 йәш

   VII ревизия материалдары буйынса 1816 йылда, ауылда 39 йортта 185 кеше көн иткән.

   1859 йыл халыҡты иҫәпкә алыу үткәрелгәндән һуң, Әптекәй ауылында 31 ғаиләлә 88 ир-ат һәм 82 ҡатын-ҡыҙ теркәлә.
   1834 йылда 102 өйҙән торған Әптекәйҙән биш ауыл: Ишмырҙа, Ибраhим (Күктүбә), Баймырҙа, Тәңгребирҙе (Күрек) һәм Арман бүленеп сыҡҡандан һуң ауыл бәләкәйләнеп ҡала.

 

   Быны нисек аңлатырға була? Ошо ваҡытта батша хөкүмәте буш ерҙәргә урыҫ, мордва, сыуаш крәҫтиәндәрен бушлай күсереп ултырта башлай. Беҙҙең Һаҡмар буйында йәшәгән аҫаба ата-бабаларын, Рәсәй батшаһының хәйләкәр сәйәсәтен алдан күрә белеп, буш ерҙәрҙе, элекке йәйләү урындарын биләп ҡалыу уйы менән 15-30 йыл эсендә, күбеһенсә дала яҡтарында һәм урман яғында, татар ауылы Юлыҡ тирәләй буш ерҙәрҙә ауылдар ҡоралар.
   Мәҫәлән: Йомаштар һәм Мырҙаҡайҙар Байыш, Мәмбәт һәм Йылым ауылдарына, Ысмаҡайҙар – Иҫәнгилде, Мырҙа (Түшауыл), Ҡарамалы, Ислам, Нияҙғол ауылдарына нигеҙ һалалар.

   Был күсенеүҙең төп сәбәбе булып буш ерҙәрҙе биләп ҡалыу булһа, икенсе сәбәбе - халыҡтың ишәйеүе арҡаһында малдарға көтөүлектәрҙең етмәүе. Күсенеүҙең оло һәм ауыр икәнлеген белеп тә, ата-бабаларыбыҙ был мәсьәләне еңел генә хәл итмәгәндәр. Шуның өсөн ҙур йыйын (Ҡор) ойоштороп, ҡайһы ерҙәргә күсергә һәм кемдәр күсергә тейеш икәнлеген күмәкләшеп хәл иткәндәр. Күптәренең быуаттар буйы йәшәгән, матур тәбиғәтле, ҙур һыулы Һаҡмар буйҙарын ташлап киткеләре килмәгән. Шулай булһа ла уртаҡ, төплө фекергә килеп, ҙур көслө аралар: Һапарлар – Йүкәгә, Ибраһимовтар – Күктүбәгә, Ҡансуриндар – Баймырҙаға, Истәктәр – Арманға күсенеп, яңы ауылдар ҡороп, йәшәп китәләр. Бөтәһенең дә туғанлыҡ ептәренең осо Әптекәй ерендә ҡала. Ә Әптекәй ерендә, ауылға исем биреүсе Әптекәй ҡарттың вариҫтары ҡала.

Әптекәй ауылының 1900-1940 й. өйҙәр ултырышы.  

   Әптекәй Бикәйевтән киткән тоҡом ошо ауылда 1959 йылға тиклем йәшәй. Әптекәйҙең һуңғы уҙаманы булып Фәхретдин Шираяздан улы Хоҙайназаров ата-бабалар төйәген ҡалдырырға мәжбүр була. Әптекәй ауылы бөтөү сәбәпле, Әптекәй нәҫелдәре тыуған ерен ташлап китмәй, күмәкләшеп Комсомол (Сәйғәфәр) ауылында матур итеп йәшәп яталар.

Әптекәй ауылы

Ырымбур яғынан беҙҙең ауыл,
Тәбиғәткә байраҡ, ере мул,
Киң – киң яландары, урмандары,
Ожмах мөйөшөнөң бере ул.

Һинең тирәләрең ғәжәп йәмле,
Һаҡмар буйҙарында киң туғай,
Бил-быуырҙай үҫкән үләндәре
Мал үрсетер өсөн бик уңай.

Офоҡҡа сикләнгән болонлоҡтар,
Мәңге һуҡаланмай яталар.
Төрлө үлән, хатта ҡылғандар ҙа
Ап – аҡ ҡына сәскә аталар

Ерҙең муллығынан ҡош-ҡорттар ҙа
Файҙаланып йәшәй бирәләр.
Иртәле-кис улар тауышынан
Яңғырап тора яҡын-тирәләр

Йылға буйҙарында, Бетәс битләүендә
Йылҡы өйөрҙәре һибелгән, 
Йәйен-ҡышын һаман ҡырҙа йөрөп
Туҡланалар шунда тибендән.

Был иркенлек шундай хөрриәт,
Беҙҙең тыуған илгә хас ҡына,
Шуға ғорурлана күңел! Шатлыҡ һиҙә!
Йөрәк тибә, алға ашҡына.
                                           Ғөбәйҙуллин Исмәғил К. 
                                           Әптекәй ауылы. Июнь 1928 йыл.
Рауил Назаров
"Әптекәйҙә - ил яҙмышы” 2011 йыл