Четверг, 20.09.2018, 12:17


Һауа торошо
Календарь
«  Сентябрь 2018  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
Форма входа
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Мырҙабулат ауылы

Мырҙабулат ауылы

Мырҙабулат ауылы Ырымбур губернияһы, Верхнеуральск әйәҙе 4-се башkорт кантонына ингән ауыл. һаkмар йылғаһының уң яk ярында урынлашкан.

Ә.Әсфәндияров «Ауыл тарихы» китабында 1843-1850 йылдарҙа Ярат кешеләре Мырҙабулат, икенсе исеме Яңы Ярат ауылына нигеҙ һалалар. Беренсе килеп ултырыусы оставкалағы зауряд хорунжий - Мырҙабулат Сәғит улы Ҡуҙаkаев. 1859 йылда ауылда 37 йортта 99 ир һәм 85 kатын - kыҙ йәшәгән. 1920 йылда 345 кеше 45 өйҙә йәшәгәндәр. Хәҙер ул ауыл картала юk. 

Ә.Әсфәндияров. «Ауылдар тарихы».
Уфа: - Китап. 97-се бит.

1930 йылдарҙа ауыл халkы К.Маркс колхозында эшләйҙәр. 1936 һәм 1941 йылда колхоз йылkысыһы Әхмәт Мырҙабулатов Мәскәүҙә ВДНХ күргәҙмәһендә kатнаша. 1921 йылғы аслыk, репрессия һәм Бөйөк Ватан һуғышы ауыл халkын бик ныk кәметә. 1939 йылда Мырҙабулатта 37 генә кеше kалғаны билдәле һәм kалған кешеләре күсеү сәбәпле ауыл бөтә.

Ырымбур губернияһы, Верхнеуральск әйәҙенә 4-се башкорт кантоны 7-се йортона караган Мырҙабулат ауылында 1859 йылға VII ревизия мәғлүмәттәрендә 37 йортта 99 ир-ат һәм 85 kатын-kыҙ йәшәгән. Бына улар:

1. Мырҙабулат Сәғитов Күзәkәев отставкалағы зауряд — есаул, 64 йәш, улы Солтанғәли - 21, Шахғәли - 14 йәш.

2. Әбдүлмән Мырҙабулатов Сәғитов. Имам - 32 йәш. Улдары: Ғөбдулла - 9, Ғәбдүлмән - 5, Ғилман - 2 йәш.

3. Әбдүлғөин Мырҙабулатов Сәғитов - 28 йәш. Улдары: Әбдрәхмән - 8, Ғәбдрәхмән — 5 йәш, Хәкимйән, Ғәлимйән. 

4. Абаушәхим Алламуратов Йәғәфәров — 28 йәш.

5. Мөхәмәтрәхим Ейәнгәжин Сувашев - 68 йәш, улы Әфләтунға 19 йәш.

6. Дәүләткирәй Мөхәмәтрәхимов Ейәнгәжин - 27 йәш. Улы Ишбулдыға - 1 йәш.

7. Мөхәмәтәмин Ейәнгужин Сувашев — 62 йәш. Улдары: Әбделйәмил - 24, Әбдүлкөрим - 23, Әбүлйәмилдең улы Әхмәтйәмилгә - 2 йәш.

8. Мөхәмәтсадиk Мөхәмәтәминов Ейәнгәжин — 35 йәш

9. Үҙәнбай Итkолов Каракаев - 1853 йылда 75 йәшендә үлгән. Ул 1778 йылғы була. Улы Әхмәтғәли (1854 й) өс улы була Мөхәмәтйән - 19 йәш, Мөхәмәткилде - 15 йәш, Ғөбәйҙулла. Был ғаиләнең 5 кешенең өсәүһе 1854 йылда үләләр. Аслыkтанмы, ауырыуҙанмы, билдәһеҙ.

10. Мөхәмәтғәли Үҙәнбаев Итkолов - 39 йәш. Улы Ғәйнизәр бер йәшендә вафат була.

11. Бүләкkол Ишбаев Йосопов 1828 йылғы 26 йәшендә вафат була. Улар өс kустыһы Надирғол (23 йәш), Әбделмөкмин (21 йәш), Әбдүлхәким (14 йәш) менән бергә йәшәгәндәр. 

12. Иҫәнбай Исkужин Йосопов - 35 йәш. Абдулла улына 14 йәш, Абдулғәллөм - 2 йәш.

13. Мөхәмәтғәли Искужин Йосопов - 40 йәш. Улдары: Әфләтүн - 20. Ғәбдуллатиф - 12, Ғиләжетдин 10 йәш.

14. Ғәлиәскәр Искужин Йосопов - 51 йәш. Беренсе kатынынан Иҫәнғәлигә - 31 йәш, Йәнәлегә - 28 йәш, Иҫәнгилдегә - 23 ,Фәтхуллаға - 17 йәш һәм Кинйәбулат - 9 йәш. Икенсе kатынынан Сафиуллага - 17 йәш.

15. Ғәлиәкбәр Искужин Йосопов — 54 йәш, ике улы: Йәнтиләйгә - 26 йәш, Әхмәтйөргә - 15 йәш, ейәне Хөжиәхмәткә - 5 йәш.

16. Арыҫланғол Әбдулғәни Касаев — 1855 йылда 81 йәшендә үлә. Зыянғол - 32 йәш һәм Кинйәғол - 30 йәшлек улдары билдәле.

17. Иҫәнғол Арыҫланғол Абдулгазин — 46 йәш. Улы Байтүрәгә - 21, Каһымтүрәгә - 5, Ғәҙелмурҙаға - 2 йәш.

18. Байтүрәк Ғабдулғазин Касаев 1852 йылда 73 йәшендә мәрхүм булған. 35 йәшлек Яныбай улы билдәле.

19. Мөхәмәтшәриф Йәғәфәров Сәғитов - 55 йәш. Өс улы: Йософ 24 йәш, Ғайса 15 йәш, Хөбәйәхмәт улы 2 йәшендә үлә.

20. Мөхөмәтkолой Йәғәфәров Сагитов - 53 йәш. Улдары: Мырҙағәли 13 йәш. Мөхәмөтхәсөне бала сағында үлә. 

21. Мөхәмәтша Йәғәфәров Сәғитов - 51 йәш, улдары: Ғабдулнасырйөн - 15 йәш һәм Фәйзулла — 9 йәш.

22. Йәрмөхәмәт Сәғитов Ҡоҙакаев 1856 йыл 66 йәшендә үлгән. Кинйә улы Локман (21 йәшлек) бергә йәшәгән.

23. Искәнйәр Йәрмөхәмәтов Сәғитов - 49 йәш. Улдары: Мифтахетдин - 18, Шәрәфетдин - 13, Ғималетдин - 11 йәш.

24. Аҙнабай Буранбаев Әхмәровтың улы Мөхөмәтасkар 26 йәшлек.

25. Мөхәмәтшариф Аҙнабаев Буранбаев - 31 йәшендә үлгән. Улы Шәғимислам - 1 йәш.

26. Мөхәмәтйәр Буранбаев Әхмәров — 62 йәш. 6 улы булған: Мөхәмәтсафа, Зәйнулла, Ҡәлимулла, Мөхәмәтзариф, Бәхетулла һәм Ирмәхетдин.

27. Биктимер Килдебаев Абкышев - 75 йәш. 33 йәштәге улы Баһауетдин. Уның улы Йосоп -13 йәш.

28. Ярулла Юлмөхәмәтов Әхмәров - 51 йәш. Беренсе kатынынан Ғиләметдин - 11 йәш, икенсе kатынынан Низаметдин - 5 йәш.

29. Килдейәр Буранбаев Әхмәров - 51 йәш, Хөснетдин улы - 22 йәш, Зәйнетдине иртә үлә.

Алты ғаилә 1850 йылдан һуң, шул уk кантондағы 8-се йорттоң Мортаза ауылына күсенәләр. Улар: Йосоп kарттың Ишkыуат улының балалары: 37 йәшлек Турунбай, 32 йәшлек Муллағәли, 29 йәшлек Муллаәхмәт, 42 йәшлек Ейәнбай, 46 йәшлек Ғәҙелбай һәм һатыбалды, Ишмырҙа улы Ишkыуатов - 37 йәшлек.

Ә ике ғаилә Ярат ауылына күсерелә. Улар: Ҡунаkkол Бикбаев Ишморатов - 31 йәш, Хөсәйен Әбдулғазин улы Касаев.

Уфа. ЦГИА. И-138 0-2 лист 125-135

Ошо кешеләр 1859 йылдарҙа Мырҙабулат (Яңы Ярат) ауылында йәшәгәндәр. Уларҙың таралып киткән фамилиялар Сәйғәфәр ауылында Рәхимовтар.

Йәноҙаk олатай оҙаk йылдар Комсомол бүлексәһендә алдынғы тракторист булып эшләгән.

Мөхәмәтрахимовтарҙың бер туған Баязит, Ҡорбанғөли һәм Ғәлим сәйәси золом kорбандары.

Мырҙабулат ауылына исем биреүсе шәхес Мырҙабулат Сәғит улы Ҡоҙакаевтың нәҫеле Сәйғәфәр ауылында күмәктәр. Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, ауылдың аkһаkалы Мөхәмәҙиә олатай Мырҙабулатов ауылда оҙаk йылдар kөрьән уkып, аятkа йөрөп, дини йолалар аткарған берҙән-бер бабайыбыҙ булды. Мөхәмәҙиә олатай 2010 йылда 93 йәштә мәрхүм булды. Ул Мырҙабулаттың улы Әбдулғәиндең ейәне. Әбдулғәиндең икенсе улы Хәкимйән. Уның бер улы Ханнан Мырҙабулат ауылында һуғышkа тиклем кирбес заводында етәкселек итә. Ҡатын-kыҙ көсө менән генә сығарылған кирбестәр эргә тирә ауылдарға мейес сығарыу әсән етә торғайны. Икенсе улы Әхмөдулла һарыkсылыкта эшләй. Комсомол мәктәбендә Ханнандың улы Әбделхай оҙаk йылдар уkытты.

Мырҙабулатов Әбдрәхмәндең өлкән улы Сөнәғәт-репрессия kорбаны. Уға 10 йыл буйына kырҙа йөрөп әйләнеп kайтыу бәхете эләгә. Тотkонда булған бер офицер Сөнәғәтте оkшатып үҙенә деншик (хеҙмәтсе) итеп алып, алыҫ Тымыk океанда кораблдә алып йөрөй. Шул арkала ул тере kала.

Икенсе улы Әхмәт Мырҙабулатта йылkы kарай, ылауҙа ла йөрөй. Тырыш алдынғы хеҙмәте өсөн ике тапkыр-1936 йыл һәм 1941 йыл Мәскәүҙә ауыл хужалығы күргәҙмәһендә kатнаша. Икенсе тапkыр барғанда, (июнь айы була), һуғыш башланған ваkытkа тап киләләр, һуғыш башланған көндәрҙе Мәскәү нисек кисергәнен kайтып ауылдаштарына һөйләй. Шул ваkытта kала халkы кайһы бер кешеләрҙең kотkаһына бирелеп, магазиндарҙы талай башланылар, тип һөйләгән. Әхмәт Мырҙабулатов Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса көрәшеп, яу kырында ятып kала. Уның вариҫтары хәҙер Ярат ауылында. Әнүәр ағай оҙаk йылдар Райпотребсоюз йәмәғәте әлкәһендә эшләп хаkлы ялға сыkты. Өлкән булыуына kарамай, ауыл тормошоңда бик әүҙем kатнаша.

Мырҙабулатовтар менән бер ара булған Сөғитовтар һәм Йәғәфөровтар ҙа Сәйғәфәрҙә йәшәйҙәр. Сәғитовтарҙан Яхия һәм Юныс Фазылйән улдары Бөйөк Ватан һуғышы яуҙарында батырҙарса һуғышып, тыуған яkтарына әйләнеп kайта алманылар. Яғафаров Рәхимйән Хәмит улы ла һуғыш яланында ятып kалды.

Ярат ауылында Мырҙабулат тамырлы Әхмәровтар һәм Әхмәтовтар йәшәй.

1956 йылдарҙа халkы Комсомол бүлексәһенә (Сәйғәфәр), Ярат ауылдарына күскәс, ауыл бөтә.  

Мырҙабулат эргәһендәге ер-һыу атамалары

Мырҙабулат kоҙоғо 

Мырҙабулат ауылынан төньяk-көнбайышта 5 саkрым самаһы ерҙә kайын, уҫаk һәм тал үҫкән kулkа буйында Мырҙабулатов Салауат Барый улының сабынлығы булған. Ул уңда үҙенең шәхси малына бесән әҙерләгән. Сабынлығында ул kоҙоk kаҙған. Ул хеҙмәт юлын совхозда чабан булып намыҫ менән эшләп үткәрҙе. Юғары дәүләт награ¬далары алды һәм СССР Верховный Советына депутат итеп һайланды. Ул ер хәҙер Мырҙабулат kоҙоғо тигән исем менән билдәле.

Сәйғәфәров Ә.З. «Ер-һыу атамалары». Өфө 172-се бит.