Четверг, 15.11.2018, 21:20


Һауа торошо
Календарь
«  Ноябрь 2018  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
   1234
567891011
12131415161718
19202122232425
2627282930
Форма входа
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Ишмырҙа (Йүкәләр) ауылы

   Ишмырҙа (Йүкәләр) ауылының ревиз kағыҙҙарына байkау

   1852 йылда Әптекәйҙәр элекке йәйләү урынында Көҙән талаған йылғаһы буйында Ишмырҙа (Йүкәләр) ауылына нигеҙ һалалар. Төүҙә иллеләп кеше килеп ултыра. Йүкәләр тигән исем йүкә ағасы үҫкәнлектән түгел. Ошо килеп ултырыусыларҙың күптәренең аралары «йүкәләр». Уларҙың иң өлкәндәренә Ишмырҙа Бултерәковkа 1859 йылда 81 йәш булған.
   Ишмырҙа Бултерәков 1778 йылда Әптекәй ауылыңда тыуған, тип әйтергә була. 1830 йылда 52 йәшлек Ишмырҙа старшина ярҙамсыһы булып эшләй. Уның балалары Абдулмалик /1839/, Абдуллатиф /1810/, Ҡылысбай, Юлдашбай /1791/, Ғабдулнасир /1840/. Абдуллатифтың ике улы билдәле: Шәйхислам /1847/, Шәйхитдин /1854/. Ҡылысбайҙың Оморҙаk /1828/, Йәноҙаk /1832/ исемле улдары булған. Юлдашбайҙың Солтанғәле, Солтанморат, Абдулла һәм Гибадулла /1820/улдары яҙылған.
 


   Ишмырҙа менән бергә яңы урынға уның ике туған ағаларының балалары килеп төпләнә. Улар Туkай Сафаровтың (1755 йылғы) балалары Үҙәнбай, Ишморат, Мырҙабай. Байым Сафаровтың (1760 йылғы) уландары Арыҫланбай, Туғыҙбай, Аралбай, Мөхәмәтәмин.
   Әбил Сафаровтар һәм Сураkай Сафаровтар Әптекәй ерендә тороп kалалар. 
   Унан таралып киткән нәҫелдәр Собханғоловтар, Йөрмөхәмәтовтар, Ишдәүләтовтар һәм Әбилевтар Сәйғәфәр ауылында йәшәйҙәр.
   Хәтирәләр авторы һиҙиәт олатай Әбилев (Ишдәүләтов) «Йүкәләр» араһы шәжәрәһен яҙып kалдырған кеше. Беҙҙең төп сығышыбыҙ Әбил, уның атаһы һапар (һафар), тип яҙып kалдырған.
   Ишмырҙа Бултерәковтың нәҫелдәре Ишмырҙа ауылында Ишмурзиндар, Ғибаҙуллиндар, Ҡылысбаевтар.
   Арсланбай Байымовтың улы Йосоптың /1824/ дүрт улы билдәле. Улар Әсәтулла, Ғәбдулла, Сәйфулла һәм Ниғмәтулла. Арсланбайҙың 1839 йылғы Үлмәҫбайҙан балалары билдәһеҙ. Кинйәбулат Арыҫланбаевтың /1840/ Яхъя исемле улы булған. Уларҙың вәкиле Мансур Зәкәриә улы Арыҫланбаев Сибай kалаһының төҙөлөш предприятияһында баш инженер булып эшләп йөрөй. 
   Ишмырҙаға нигеҙ һалыусылар тип Яныбәк, Ҡаҙыбәк һәм Үҙән Әлимгужиндың балалары һәм ейәндәре, уларҙың аталары Әлимғужа (1740 й.) була.
   Яныбәктең Әфләтүн (1805 й.) улынан Ҡотлоәхмәт (1828 й.), Сәғит (1839 й.), Мөхәмөтсадиk (1834 й.) һәм Шәһимарҙан (1842 й.) тыуа. Ҡотлоәхмәт оспопрививатель булып эшләй. Ҡотлоәхмәттең Хажиәхмәт, Солтанморат исемле улдары билдәле. Әфләтүндән Әфләтуновтар фамилияһы гарала. 
   Үҙән Алимгужиндан Узәкиндар, Абызгилдиндәр китә. Үҙәндең бер улы Кадир kасkын тормошонда йәшәй. Уның улы Йәҙгәрхужа (1843 й.). Яңыбәктен улдары Муллабай һәм Иҫәнгиде. Муллабайҙың балалары Муллағәлләм (1820 й.), Муллахәмит (1822 й.), Хәжиәхмәт (1828 й.) һәм Ҡолойтун"(1809 й.). 
   Иҫәнгилде Яныбековтың 4 улының берәүһе Мөхәмәтсафа зауряд хорунжий чинында, 7 йорт старшина ярҙамсыһы була.
   Әлимгужанан таралған нәҫелдең ара исеме «Сыбар табан». Тамғалары бөрйән тамғаһына оkшамаған. Ҡыр-күле мең башkорттары тамғаһына яkыныраk: Кыр-күле мең башкорттары Дим йылғаһы буйында, хәҙерге Миәкә районы ерҙәрендә, kасаңдыр беҙҙең яkтан күсеп барған бөрйәндәр менән бергә йәшәгәндәр. 
   Шуныһы kыҙыk: 1813 йылдарҙа ла бер нисә ғаилә шул ауылдарҙан Әптекәйгә күсеп килеп ултыралар. 
   А.З. Асфандияров «История сел и деревень...»
Уфа. Китап. Стр 432-441 

   Тағын бер ҙур ара Тотмановтар Әптекәйҙән Ишмырҙаға килеп ултыралар.
   Уларҙың иң боронғо ата-бабалары Итиммәҫ була. Унан ике ул тыуа: Биккинә һәм Ишкинө. Ишкинәнәнең бер улы Игиш кенә билдәле. Унан таралған нәҫелдәр Игишевтар.
   Игиш Ишкинин (1762-1840 й.), улдары Ҡотлогилде (1798 й.), Ҡабанбай (1822 й.), Зәйләү (1827 й.), Ҡарамырҙа (1829 й.), Ибраһим (1831 й.), Рәсүл (1833 й.), Мурҙагилде (1802 й.), Игиштән таралған нәҫелдәр Игишевтар, Ҡарамурзиндар, Яйләевтар. 
   «Фрунзе» колхозының беренсе председателе Игишев Сөләймән Мөхәмәдйән улы уларҙың вәкиле.
   Бикинәнән өс ул тыуа: Бикбулат (1750-1823 й.), Тотман (1757-1819 й.), Баян (1763-1831 й.). 
   Бикбулат үлгәндән һуң уның балаларын: Урмантайҙы, Етебайҙы, Үтәүлене һәм Иштәкбайҙы Ырымбур Хәрби губернаторы указы буйынса 1825 йылда Темәс ауылына күсерәләр. Ул саkта уларҙың иң өлкәненә 30 йәш, бәләкәйенә 16 йәш була. 
   Темәс яғында Урмантаев, Иштәкбаев фамилиялары бар. Үтәбаевтар Үтәүленән (Әҙибай) таралған нәҫел түгелме икән? Улар үҙҙәренең Әптекәй сығышлы икәндәрен белһендәр ине.
   Баян Биккининдең 8 улы була. Улар: Мөхәмәтрәхим — 56 йәш, Сәлимйәғәфәр - 66 йәш, Мөхәммәтғәли — 53 йәш, Рамаҙан - 48 йәш, Баймөхәмәт - 34 йәш, Әлмөхәмәт — 39 йәш, Мөхәмәтйән - 41 йәш, Колмөхәмәт - 34 йәш. 
   Баяндан таралған нәҫел — Баяновтар.
   Тотман Биккинә улы Итиммәсовтың (1757-1819 й.) ике улы билдәле. Байғәдәм 1834 йыл үлә. Ҡотлоғәлләмдән (1792 й.) улдары: Йосоп (1826 й.), Йәнтүрә (1833 й.), Ишбулды (1839 й.), Йәһүҙә (1831 й.) - үрәдник, Ишмөхәмәт (1823 й.) — улы Шаһиәхмәт, Байназар (1818 й.). 
   Уларҙың аралары «Шәмәктәр». Улар Тотмановтар, Баяновтар, Игишевтәр, Янтуриндәр, Байназаровтар, Яйляевтәр, Ҡарамурзиндар.
   Ишбулды олатай Тотманов (1932 й.) үҙ нәҫел шәжәрәһен яkшы белгән кеше. Уның ата-бабаһы Ҡотлоғәлләм исеме менән Йүкә тирәһендә Ҡотой түбәһе һәм Ҡотой kоҙоғо аталған. 
   «Һапарлар» араһы Ырыҫымбәт Сураkай улы Сафаровтың (Сапаров) өлкән улы Әптекәйҙә kалһа (Сәйғәфәрҙә Ишдэүлэтовтар, Абилевтар, Ярмухаметовтар), кесе улы Ғабдулхалиk (1785 й.) Ишмырҙаға килеп төпләнә.
   Ғабдулхаликтың өс улы була: Мөхәмәтша, Мөхәмәтвәли, Мөхәмәтғәли. Улар Халиковтар.
   Тағын Ишмырҙа ла Әптекәй аҫабалары: Торсонбай Малгилдиңцән таралған нәҫелдәр йәшәй. Улар Торсонбаевтар.
   Көбәк Мөхәмәтовтың да балалары Йүкә еренә килеп ултыралар. Улар: Юламан, Иҫәнаман, Алтынаман.
   Ошо кешеләр ғаиләләре менән 1859 йылда Ишмырҙа (Йүкәләр) ауылында йәшәгәндәр. Күреүебеҙсә уларҙың туғанлыk ептәре Сәйғәфәр ауылы менән ныk тоташкан. 
   1859 йылда Ишмырҙа (Йүкәләр) ауылында 43 өйҙә 126 ир-ат йәшәгән.
Уфа ЦГИА. Ф-138. Опис-2.д. Ишмырҙа, стр 224-234.

Рауил Назаров
"Әптекәйҙә - ил яҙмышы” 2011 йыл