Четверг, 20.09.2018, 12:45


Һауа торошо
Календарь
«  Сентябрь 2018  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
Форма входа
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Ибраһим (Күктүбә) ауылы

Ибраһим (Күктүбә) ауылының ревиз kағыҙҙарына байkау


   Ибраһим (Күктүбә) ауылына Әптекәйҙәр XIX быуат уртаһында килеп ултыралар һәм үрәдник Ибраһим Йосопов исемен бирәләр. Уның балалары Йөнәле, Муса, Мостафа, Әбделманнан, Исмәғил, Исхаk, Исрафил. 1850 йылда ауылда 100 кеше, 1885 йылда 104 кеше, 1900 йылда 112 кеше, ө 1920 йылда 180 кеше йәшәгән, тип яҙа Ә.Әсфәндияров үҙенең «Ауылдар тарихы» китабында. Күктүбә атамаһы тураһында халыk хәтерендә бер нисә риүәйәт һаkланған. 
   Ялан яғы булһа ла, ауыл бер яғы kайын, икенсе яғы ерек kулkаһы менән ышыkланған бик матур ерҙә урынлашkан. Ереклек буйында һаҙлыk булып, унан һыу сығып ятkан. Уға яkын барһаң, өҫтө тын алған кеүек һулkылдап ятkан, аңғармайынса барған кеше лә, мал да батkан осраkтар булған. Ул һаҙ тураһында легенда бар.
   Көндәрҙең береһендә күк күкрәп, йәшен йәшнәп, күк йөҙөн болот каплай. Ҙур ғына kара болот түбәнәйеп Ереклеһаҙ өҫтөн kаплай ҙа дауыл kубып китә, дөбөр-шатыр ағастар һына. Йәшен балkыған арала кешеләр бик ҙур, йыланға окшаған kап-kара һәм оҙон kойорkло бер хайуандың күккә олғашkанын күрә. Ошонан һуң көн аяҙайып, яkтырып китә һәм ямғыр яуа башлай. Аҙағыраk кешеләр һаҙлыkты килеп kараһа, һыуы таҙарып, артып китеүен күрә. Был һаҙлыkтан сығып йылға ағып китә.
   Биреле һаҙҙың биреһен ниндәйҙер оло kөҙрәт йыһан киңлегенә күтәреп алған, хәҙер һаҙға kурkмайынса барыу мөмкинселеге тураһында ололар йәштәргә аңлатkан.
   «Күктүбә» тигән икенсе исемен, бәлки, ошо күктең түбәнәйеп, ергә тиклем тешәүенән сығарып әйткәндәрҙер, йә булмаһа, ауылдың көнбайышыңцагы тау түбәләренең өҫтөндәге kызырым тораташтарҙың күтәреп, алыҫтан күренеп тороуынан да хасил булыуы ихтимал.
Сәйғәфәров Ә.З. Ер-һыу атамалары.
Өфө 2004, 126-сы бит.

   Ибраһим ауылына нигеҙ һалыусы ата-бабаларыбыҙ, иң тәүҙә Купец кисеүе эргәһенә килеп ултырғандар. Был ерҙә урманлыk, йылға һәм яланлыk та булған. Был ерҙән ата-бабаларыҙ хәҙерге Күктүбә (Ибраһим) ауылы исеме алған ергә күсеп киткәс, Шаһисолтандың бесәнлеге булып kалған. Купес исеме уның тышkы kиәфәтенә kарап бирелгән kушаматы булған. Ошо ергә Әптекәй ауылынан (Йомаш ауылы яғыңда) Йосоп ғаиләһе менән килеп ултырған. Уның Ибраһим, Ильяс тигән улдары булған. Был урын торфлы булғанлыkтан, ул kыҙып ятып, янғын сыkkан һәм барлыk өйҙәр янып көлгә әйләнгән. Купес кисеүе эргәһендә өйҙәр булғанлығын нигеҙ таштары ла иҫбатлай. Сиҙәм ерҙәрен һөргөндә, нигеҙ таштарының kамасаулауын трактористар һөйләйҙәр. Мал аҫырағас, был ерҙә тиреҫлек булған, ул янып тупраkkа әйләнгән, ауыл халkы өй һалғанда түбәгә kойоу әсән шул ерҙән ташынылар. Унан ярты саkрым алыҫлыkта зыярат бар. Был да Купес кисеүендә кешеләрҙең арыуыk kына йәшәгәнлеген күрһәтә. Ибраһим ауылы халkы уны «Иҫке зыярат» тип йөрөтә.
   Янғындан һуң Күпес кисеүенән 2 км тирәһе көньяkkараk күсеп ултыралар. Был ауылға Ибраһим исеме бирелә. Икенсе исеме Күктүбә. Ауыл эре-эре бейек ағастар үҫкән урман аkланында нигеҙләнгән. Тирө-яk урманлыk, өҫкә kараһаң, күк кенә күренгән. Ҡырҙан оҙатылып килгән бер килен быға аптыраған. Шулай уk был ауылдағы ирҙәрҙең кәүҙәле, бәһлеүен булыуҙарына ла аптырап, kайһылай эре һөйәкле ирҙәр, түбәләре менән күккә тейер-лек кешеләр икән, тигән. Ошоларҙан сығып, ауыл Күктүбә тип атала башлаған.
Ф.С.Кәримова. «Тыуған төйәгем - юкка сыккан Күктүбәм».
Сибай. 2007. 4-се бит.

   Был Күктүбә исеменең kайҙан барлыkkа килгән тигәндең икенсе варианты.
   Ауылға нигеҙ һалыусылар Ибраһим Йосоповтың улан¬дары һәм ейәндәре. Ҙур тоkом башы булған Ибраһим kарт (11 улы була) 68 йәшендә Әптекәйҙә йәшәгәнендә мәрхүм булғандыр.
   Ибраһимовтарҙың Бүрелеһаҙ буйына килеп ултырыусылар: Ибраһим kарттың улдары Мостафа /1791 йылғы/, Исмәғил /1803 йылғы/ һәм уның ейәндәре - бер туғандар Сәфәрғәли /1820 йылғы/, Әюп Яналин /1806 йылғы/.
   Ибраһим kарттын өлкән улдары Йөнәле (1778-1825) һәм Муса (1788-1821). Әптекәйҙә йәшәгән ваkыттарында уk вафат булғандар. Тағы бер улы Әбделмәннан /1794 й./ ниндәйҙер ғәйебе өсөн 1824 йылда ғүмерлеккә һалдатkа бирелә. Унан нәҫел булмағандыр күрәһең.
   Ибраһим Юнысовтың ейәне Султанғәли Мусин (атаһы Муса /1788 йылғы/, 1821 йылда Әптекәйҙә үлә) ағаһы Юныстың улы Ғайса өс kыҙы менән ошо ауылға килеп ултыра.
   Мостафа Ибраһимовтың улы Ғәлиәкбәр Күктүбәлә указлы мулла булып хеҙмәт итә. Уның өс kыҙы була, улдары Фазылйән һәм Мәхмүтйән 1937 йылда август айҙарыңда халыk дошманы тип kулға алына. Күптә үтмәй сентябрь-декабрь айында атып үлтерәләр.
   Мостафин Ғиниәт Ниғмәтулла улы /1903 й./ 1937 йылда kулға алынып 10 йылға хөкөм ителә.
   Мостафиндар тураһында һүҙ барғанда Мостафин Мотаһарҙы телгә алмау яҙыk булыр. Мостафин Мотаһар Бөрйөн-Түңгәүер кантонының Таналыk волосында ер эштәре буйынса бүлек начальнигы вазифаһын үтәй. Ул да сәйәси золом kорбаны.
   Күктүбә ауылынан сәйәси золом kорбандары тураһында Фәтхиә Сәхиулла кыҙы Кәримова (Мостафина) үҙенең «Тыуған төйәгем-юkkа сыkkан Күктүбә» тигән китабында бермә-бер яҙып үткән.
   Ибраһим (Күктүбә) ауылына нигеҙ һалыусылар рәтенә Мөхәмәтғәли Мостафа улы /1919 йылғы/ индерергә була. Уның улы Әбделфәиз /1942 йылғы/ һәм 4 kыҙы була. Әбделфәиздән КИТКӘН нәҫел Әбәйтулла һәм Ниғәмәтулла. Мостафаның тағын бер улы Мөхөмәткәримдән Усман улы һәм 5 kыҙы менән ошо ауылда йәшәгән. Шуныһы билдәле, /1859 йылғы/ ревиз kағыҙҙарында Ибраһим ауылы kыҙҙарға бик бай ауыл булған күрәһең. Күп ғаиләнең икешәр улы булғанда ла, дүртәр һәм бишәр kыҙҙары булған.
   Тағын бер Ибраһимов Исмәғил уландары Мортаза (1837) һәм Мөхәмәтсафа /1828 йылғы/ Күпес кисеүе эргәһенә килеп ултыралар.
   Мөхәмәтсафанан ошо ауылда Бирғәли /1854 йылғы/ һәм Алламорат /1856 йылғы/ улдары һәм Зөләйха исемле kыҙҙары тыуа.
   Ибраһим ауылына нигеҙ һалыусы Ибраһим Йосоповтоң әлеге ваkытта нәҫелдәре, Байыш ауылында йәшәйҙәр: улар Мостафиндар, Мортазиндар, Әлибәковтар һәм Кәримовтар.
   Әптекәй аҫабаһы Брәле Үлмәҫkоловтоң (43 йәшендә 1823 йылда үлә) улы Солтанмәхмүт /1819 йылғы/ Ибраһим ауылына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. /1859 йылғы/ ревиз kағыҙҙарында Солтанмәхмүттең /1845 йылғы/ улы Абдәлғәле һәм дүрт kыҙы булыуы билдәле.
   Брәле Үлмәҫkолов нәҫеленән Брәлин Марат ата-бабаларының мираҫына тоғро булып Ибраһимда үткәрелгән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамында бағымсы ярҙамы күрһәтеп, боронғо ауыл урынына мөһабәт стелла ултырта. Шуның менән ауылдаштарынан оло рәхмәт кабул итә.
   Ибраһим kарттың етенсе улы Исхаk (1804) улдары Фәтхулла (1841), Якуп (1846), һигеҙенсе улы Исрафилдың (1815) улы Ғабдулла (1845) ошо ауылда йәшәгәндәр.
   Исрафил Ибраһимов ауыл старостаһы булып хеҙмәт итә. Ибраһим Йосоповтоң тағын ике улы Арсланғәли Ибраһимов /1820 йылғы/ улы Йомағужа /1846 йылғы/ һәм Әлибәк Ибраһимов /1825 йылғы/ уландары Ғилман /1848 йылғы/, Ғөҙелмырҙа икенсе исеме Вилдан /1850 йылғы/, Ғүмәр /1857 йылғы/ Ибраһим ауылында ревиз kағыҙҙарында билдәләнгән.
   Байыш ауылындағы Ибраһимовтар шәжәрәһендә Ибраһим Йосоповтоң иң кесе улын Әлибай тип яҙып kуялар. Уның ысын исеме Әлибәк һәм уның таралған нәҫел -Әлибәковтар фамилияһы менән йөрөйҙәр. Уларҙан таралған вәкилдәр Мәғәүнә ағай Әлибәков булған.
   Тағы бер Әптекәй аҫабаһы Ильяс Йосопов (ул Ибраһим Йосопов менән бер туғандар) 1750 йылда тыуа. Әптекәйҙә 1817 йылға тиклем йәшәп үлә.
   Уның улы Ирназар Ильясов /1776 йылғы/ 1834 йылғы перепись ваkытында Әптекәйҙә йәшәй, ә 1859 йылғы Ибраһимдә үткәрелгән 10-сы ревиз kағыҙҙарында күрһәтелмәй. Шулай булғас, ул ошо ваkыт араһында Әптекәй ерендә мәрхүм булған булырға тейеш. Ирназар ҙа Күктүбә ерен күреп өлгөрмәйҙер күрәһең. Ни өсөн тигәндә 1850 йылдарҙа уға 70 йәш тирәһе булыр ине. Уның kалған Таштимер /1807 йылғы/ 5 улы менән беренсе kатынынан 17 йәшлек Әбделшахим, 12 йәшлек Әбүзәр, 3 kыҙы һәм икенсе kатынынан /1852 йылғы/ Шағисолтан /1854 йылғы/ Абусафим, /1859 йылғы/ Мөхәмәтғариф 10-сы перепись ваkытыңда Ибраһим ауылыңда билдәләп үтелгән.
   Таштимерҙең ике kустыһы Сөләймән /1817 йылғы/ һәм Хамматхәким /1834 йылғы/ билдәле.
   Сөләймән бик иртә үлгән булырға тейеш, ни әсән тигәндә Сөләймәндән kалған улы Шаһиғәрәй /1843 йылғы/ Таштимер ағаһында тәрбиәләнә.
   Ибраһим ауылы Таштимеровтар шәжәрәһендә бер аҙыраk яңылышлыk киткән. Унда Әбделмәхиәнде һултантимер улы тип күрһәтелгән. Ә Ибраһим ауылының /1859 йылғы/ 10 ревиз kағыҙҙарында (ЦГИА Ф-138. 0-2 1054-се бит) Әбделмәхиөн Таштимерҙең улы, тип яҙылған. Уның kустыһы Әбүзәр һәм әсәләре башkа өс kустылары яҙынған.
   Ильяс Йосоповтың улы Биктимер Ильясов /1796 йылғы/ икенсе улы һолтантимер /1809 й./ балалары Ғәбит 1853 йылда үлеп kала, Әхмәтғәли /1843 йылғы/, Мансур /1845 йылғы/, Сәитбаттал /1856 йылғы/ Ибраһим ауылында йәшәй.
   Шулай итеп, 9 ғаилә 1834 йылда Әптекәйҙә йәшәп, 1859 йыл араһында, русса яҙылыш буйынса Бурли йылғаһы буйынса күсеп ултыралар. Күскәндән һуң ауылда 15 өйҙә 42 ир-ат һәм 50 kатын-kыҙ йәшәгән. 1917 йылда Ибраһимда 37 йортта 180 кеше һәм 1939 йылда 151 кеше йәшәгән. Улар киләсәкһеҙ ауылдар иҫәбенә эләгеп 1989 йылда бөтә. Бөтә халkы тигәндәй, Байыш ауылына күсеп ултыралар. Бер нисә ғаилә Ибраһимовтар Сосновка һәм Октябрь бүлексәһенә күсәләр.
   Ибраһим ауылы, ошо 130 йылдар дәүерендә, башkорт халkының тоғро улдары булып, халыk күргәнде бергә күреп, халыk кисергәнде бергә кисереп, үткән тарихтарын һаkлап, тамырҙарын коротмай ауыр, әммә данлы тормош юлы үтәләр.
   «Ауылдың бөтәүен Күктүбәләр бик ауыр кисерҙе, тыуған ерен онотмайҙар, һағынып иҫкә алып һөйләйҙәр» тип яҙа Фәтхиә апай Кәримова.
Рауил Назаров
"Әптекәйҙә - ил яҙмышы” 2011 йыл