Четверг, 15.11.2018, 22:20


Һауа торошо
Календарь
«  Ноябрь 2018  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
   1234
567891011
12131415161718
19202122232425
2627282930
Форма входа
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Баймырҙа ауылы

   Баймырҙа ауылының ревиз кағыҙҙарына байкау


   1834 йылдан һуң Әптекәйҙәр нигеҙ һалған ауыл - Баймырҙа. Исеме, уның Баймырҙа Ҡансурин (1765-1855) йорт старшинаһы ярҙамсыһы исеме менән бәйле, тип яҙа профессор Ә. Әсфәндияров. 
   Ә. 3. Әсфәндияров.
«История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий»
Уфа. Китап, стр.98.
 
   Баймырҙа ауылына нигеҙ һалыусылар - Ҡансура исемле ир уҙамандың улдары һәм ейәндәре.
   Ҡансураның алты улы билдәле. Улар иң өлкәне Булат, шуға килә Аkмәмбәт, Итkол, Бикkол, Баймырҙа һәм Байтүрә. Уларҙың бөтәһенендә аталары Кансура тип яҙылған. 
Уфа. ИГИА. Ф-.138. 0-2. д.Баймурза. лист 177-183.



   Ошо ир-заттарҙың, Баймырҙанан башkаһы, kырҙа яу яландарында, йә йәйләүҙәрендә ерләнмәһәләр, бөтәһе лә Әптекәйҙә йәшәгәндә вафат булып, һөйәктәре Әптекәй зыяратындалыр тип, фаразларға мөмкин. 
   Ҡансура исемле шәхестең беҙҙең яkта йәшәүен дәлилләүсе ер-һыу атамаһы ла бар. Борон Әптекәй ауылының йәйләүе булған Лайымбирҙе йылғаһы буйындағы бер төбәкте Ҡансара буйы, тиҙәр. Быуаттар буйынса халыk телендә үҙгәреп, Ҡансура Ҡансараға әйләнеп китеүе мөмкин. Был Әптекәй ауылының Бөрйән ырыуында бик боронғо ауыл икәнен һәм ауылда йәшәүсе Ҡансураның Әптекәйҙә иң өлкән кешеләренең береһе тип әйтергә була. Ҡансураның йәшәү йылдары 1700-1780 йылдарға тап килә. 

   1859 йылда Баймырҙала йәшәүсе 40 ғаиләнең 29-ы Ҡансуранан таралған нәҫел. 
   Баймырҙаның улы Хәбибулла Ҡансурин 1856-64 йылдарҙа 4-се кантон башлығы вазифаһын үтәй. Был, ваkытта Баймырҙа ҙур ауыл - кантон үҙәге булып тора.
   1834-сы йылғы перепись мәғлүмәттәрендә Баймырҙа ауылы күренмәй. Шулай булғас, улар 1834-1859 йылдар араһында күскәндәр. Ауылда 1859 йылда 236 кеше һәм 1920 йылда 597 кеше йәшәүе билдәле.
   80-се йылдарҙа ауыл бөтөү сәбәпле, кешеләре төрлө ауылдары күсеп ултыралар. Күптәре Ҡарамалы һәм Ишмырҙа ауылдарында төпләнәләр.
   Ҡансураның 6 улының береһе Баймырҙа 70 йәшлек бабай булып, уландары менән Бүреле йылғаһы буйында, яңы ауылға нигеҙ һала.
   Баймырҙа Ҡансурин 1816 йылдарҙа Әптекәйҙә 7-се йорт старшинаһы ярҙамсыһы булып эшләй.
   Улы Хәбибулла тәүҙә дәрәжәле эш юлын Әптекәйҙә башлай. Ул 1834 йылдарҙа 7-се йорт старшинаһы булып хеҙмәт итә. Абруйлы һәм уkымышлы булған әсән уны Баймырҙаға күскәс, яңы төҙөлгән кантонға башлыk итеп үрләтәләр. 1856-64 йылдарҙа ул ошо урында үҙенең фиҙакәр хеҙмәте, алдынғы kарашы менән абруй kаҙанып башkорт ир-уҙамандары араһында билдәле шәхес була. 
   Баймырҙаның өлкән улы отставкалағы урядник Ярмулла ул ваkытта 27 йәшлек ир була. Ярмулла бәләкәй улы Фәхретдин /1840 йылғы/ һәм ейәне Хаммат /иртә үлгән улы Иманағзамдан kалған малай/ менән йәшәй. 
   Ярмулланың өсөнсө улы Яныкай /1829 йылғы/ урядник чинында була. Ул улы Әхмәтязари менән айырым йәшәй. Әхмәтязариҙан әлеге ваkытта Язаров фамилияһы билдәле. 
   Баймырҙаның икенсе улы Рәхмәтулла /1803 йылғы/, унан таралған ир-егеттәр Хәкимдиуан — /1829 йылғы/, Шәйхислам 1840, Султанмурат бала сағында үлә, Ғүмәр /1845 йылғы/ һәм Муса /1846 йылғы/.
   Баймырҙаның өсөнсө улы Хәйрулла (1818 йылғы). Уның ике улы билдәле: Алламорат /1839 йылғы/ һәм Шаһибал /1856 йылғы/.
   Хәбибулла Ҡансурин тураһында шуны өҫтәргә була. Уның 4 улы билдәле: өлкәне Шаһимарҙан /1828 йылғы/ полкта зауряд сотник була. Ике улы Фәизхетдин /1857 йылғы/ ҺӘМ Ғилметдин /1854 йылғы/. Хәбибулланың kалған ике улы йәшләй үлә, ә Абдуллаһынан /1855 йылғы/ тоkом таралып китә. Баймырҙаның кинйә улы Мөхәмәтсадиk /1823 йылғы/ зауряд хорунжий, 10-сы йорттоң старшинаһы булып хеҙмәт итә. 
   Ҡансураның тағын бер улы- Байтүрәнең балалары Баймырҙа ағаларына эйәреп, яңы ауылға килеп ултыралар. Аталары Бәйтүрә 1806-07 йылдарҙағы походта үлеп kалғандыр, тип фараздарға була. Ни әсән тигәндә уның иң бәләкәй улы /1804 йылғы/, өлкән ағалары менән Ниғәмәтулла /1795 йылғы/, Хәсән /1801 йылғы/, Мөхәммәтсәлим /1794 йылғы/ Әптекәйҙә олатаһы Баймырҙа kарамағында тәрбиәләнәләр. 
   Баймырҙа ағаһы Булат менән 1812 йылда Ырымбур губернаторы приказы менән Йомаш ауылынан Әптекәйгә күсерелеп ултыртылалар. Был күсенеүҙе ошолай тип фаразларға була. Ҡансураның 6 улы була, шуларҙың өсөһө Әптекәйҙә йәшәгәндәр, улар Эткол, Биkkол һәм Аkмәмбәт. Ә Булат һәм Баймырҙа Йомаш ауылына кантон идаралығы буйынса эшкә йәлеп ителгәндәрҙер, ә өлкәнәйгәс, уға өҫтәп ҙур ғаиләле Байтүрә kустылары үлеп kалғас, кире Әптекәйгә әйләнеп kайтkандарҙыр. Ҡансуриндар 1816-сы йылғы, 1834-се йылғы иҫәпләү ваkытында Әптекәй ауылында яҙылғандар. Шулай булғас, Баймырҙа Ҡансурин уландары менән 1834 йылдан һуң Баймырҙа ауылын нигеҙләйҙәр. 
   Ҡансуриндың иң өлкән улы Булат (1731-1821), оҙон ғүмер йәшәп 90 йәшендә үлгән. Булаттың улы Батырша, Йәндәүләт һәм Тимерсолтан (1819 йылғы) билдәләп үтелгән. Батырша менән Йәндәүләт 1813 йылда Ватан һуғышында француздар менән һуғышта үлеп kалғандарҙыр. Батыршаның улдары Мөхәмәтйән (1803 йылғы), Абубәкир (1811 йылғы) һәм Ғүмәр (1813 йылғы). Мөхәмәтйәндән - Әхмәтйән (1823 йылғы) — Сәитмостафа (1852 йылғы), Әбүбәкирҙән - Сәйфулла (1829 йылғы)- Солтанғәли. (1859 йылғы). 
   Булаттың улы Тимерсолтан ағалары Батырша һәм Йәндәүләттең ир еткән улдары менән 1834 йылдан һуң Баймырҙаға килеп ултыралар.
   Ошо ук вакытта Ҡансура улы Аkмәмбәттең улдары Ракай Аkмәмбәтов (1788 йылғы), Яхъя (1791 йылғы), Ишмулла (1805 йылғы), Ғабдулла (1797 йылғы) Әптекәйҙән Баймырҙаға күсеп киләләр. Барлыбай Аkмәмбәтов ниндәйҙер ғәйебе әсән мәңгелеккә һалдатkа ебәрелгән. Ракай Аkмәмбәтов һәм Мөхәмәтсәлим Байтурин 1812 йылғы Ватан һуғышы яугирҙәре. Парижға етеп, еңеү яулап 2 көмөш миҙал «Ватан һуғышы - 1812 йыл» һәм «Парижды алған әсән» миҙалдары менән бүләкләнәләр. 
   Раkай Аkмәмбәтов - Раkаевтарҙың 7-се быуын kартаталары. 
   Мөхәмәтсәлимдән Ҡарамалы ауылында Сәлимовтар таралғандар. Сәлимов һөйөндөк олатай Дан ордены һәм, 2-се һәм 3-сө дәрәжә кавалеры. 
   Быларҙан башка Әптекәйҙән Итkол Ҡансуриндың улы Байназар /1804 йылғы/ килеп төпләнә. Унан тыуған балалар Байсәйет 1828-1855, Ҡалмырҙа /1843 йылғы/, Ҡулсәйет /1830 йылғы/, ә Ҡалмырҙанан /1859 йылғы/ Рәсүл улы билдәле. 
   Итkолдан Ҡорбанғәли улы 1790 йылғы. Ул 1824 йылда боласыллығы әсән, мәңгелеккә һалдат хеҙмәтенә бирелә. Итkолдың Таңһыkбай улынан /1829 йылғы/ ике улы билдәле. Улар Шиғәли (1845-1855), Мөхәмәдйәр /1849/. Байназарҙың вариҫы Байназаров Ғәриф Байыш ауылыңда беренсе рәйес булып эшләгән. 
   Бикkолдоң улы Зәйнетдин дә /1800 йылғы/ ошо ауылға килеп донъя kора. Унан таралған ара - Кәлимуллиндар. Кәлимуллиндарҙың өс улы була: Төхфәтулла (3845), Ғибатулла (1851), Хисмәтулла (1858). 
   Ә бына беҙҙең тирәлә һирәк булған исем Балта Бикkолов (1785 й.) Әптекәйҙә йәшәгәндә үк власkа kаршы булған әсән 1824 йылда мәңгелеккә Себергә һөргөнгә ебәрәләр. Ҡатыны Фатима һәм ике улы kала: улдары Абдулға 5 йәш һәм Ғабдулханға 11 йәш. Балта Бикkоловтың ейәндәре әлеге ваkытта Сибай kалаһында йәшәйҙәр. 
   «Дело по преставлению Верхноуральского уездного суда, спрашиваюшего разрешения о выезде из города в деревню Аптикеево, судье с заседателем для исследования дела есаула Биккулова притесняемого кантонным помош-ником Кузенаковым». 
Уфа. ЦГИА. Фонд И-2. Описъ-1.Ед.хр.Ж77

   Фәиз Бикkоловтың уландары билдәһеҙ, ә 1859 йылғы 10 ревизия буйынса өс kыҙҙары бар икәне билдәле. 
   Тағын Баймырҙаға нигеҙ һалыусылар тип Сариндәрҙе, Үлйәбаевтарҙы, Күбәковтарҙы һәм Ирназаровтарҙы атарға була.
   Ҡазактар араһы булған Йылан Елизаровтың (1816 йылда ул Әптекәйҙә ревиз kағыҙҙарына теркәлгән) ағаһы Сариндан тыуған балалар Ирмәк (1777 йылғы), Сирай (1782) һәм Һанһыҙбай (1787 йылғы) Әптекәйҙә йәшәгәндәр. Ирмәктән тыуған балалар Әптекәйҙә тороп kалалар, ә Сирай менән Һанһыҙбайҙыkы Баймырҙа яғына күсенәләр. Тэребәк Сирай улы Сариновтан Ғилман тигән /1851 йылғы/ улы тыуа һәм 10 йәше лә тулмай үлә. Ә Күзебәк Сирай улы Сариновтан Муллағол /1845 йылғы/, Вилдан /1851 йылғы/ һәм Сәхретдин /1853 йылғы/ Баймырҙала йәшәйҙәр, Һанһыҙбайҙан kыҙы Буранбикә, улдары Ҡотлогәлләм /1828 йылғы/, Муллағәләм /1830 йылғы/ һәм Сәғәҙей /1845 йылғы/ улдары була. Күреүебеҙсә, улар тыуған балаларына башkорт исемдәре kушып, башkорттан кәләш алып биреп тулыһынса башkортлашалар. Әптекәйҙән сығып, әлеге ваkытта Сәйғәфәр, Йомаш яkтарында йәшәгән Ирмәковтар үҙҙәрен «kазаk» араһы тиҙәр.
   Сариновтарға ла ил яҙмышы менән бергә бик ауыр тормош үтергә тура килә. Ҡара һөрәм шауkымы уларҙы ла урап үтмәй. 
   Иң алда Сәғәҙейҙең улы Ғөбәйҙулланы (1895 йылғы) 1930 йылда иң юғары язаға - атыуға хөкөм итәләр. Бер аҙҙан икенсе улы Солтанмөхәмәтте (1895 йылғы) Иркутскиға һөргөнгә ебәрәләр. Унан kайтып Бүреле руднигенә старатель булып эшкә төшкәс, икенсегә алып китәләр һәм шул уk йылда аталар. Иркутскиға һөргөнгә Солтанәхмәттең улын Әбделмәнде лә алып китәләр. Сариновтарҙан әлеге ваkытта Ишмырҙа ауылында Ҡияметдин Имаметдин улы Үлйәбаев (Сарин) фермер хужалығы ойоштороп, тырышып эшләп йөрөй. 
   Тағы бер Әптекәй аҫабалары Баймырҙаға килеп төпләнә. Улар 44 йәшлек үлйәбай Күбөков, улы Ғайса 11 йәшлек һәм 6 йәшлек эйәрсән бала Мөхәммәтйәр Ниғмәтуллин менән бергә йәшәйҙәр.
   Әфләтун Аҙнабай улы Күбәков /1819 йылғы/ иртә /1858 йылда/ вафат булла, уның 6 йәшлек улы Ғәләйетдин kала. 
   Баһауетдин Арсланбай улы Танһыkбаев /1821 йылғы/ иртә 31 йәшендә вафат була. 
   Ҡамалетдин Арыҫланбай улы Танһыkбаев /1859 йылда/ 35 йәшлек ир-уҙаман була. Үлйәбаевтар менән Танһыkбаевтар араһында туғанлыk ептәре барҙыр.
   Арыҫланғол Үлйәбай улы Күбәковтың (1840 йылғы), 5 улы билдәле: Әлмөхәммәт (1828 йылғы), Сиражетдин (1833 йылғы), Бүләкkол (1836 йылғы), Юлмөхәммәт (1839), Мырҙағәлей (1843 йылғы). 
   Фәжиғәле 1937 йылдар тулkыны Үлйәбаевтарға ла килеп кагала. Үлйәбаев Хәсән Мырҙағәле улын (1867 йылғы), 1929 йылда kулға алып, 10 йылға хөкөм итәләр.
   Үлйәбаев Зәкәриә Хөсәин улын (1903 йылғы) 1933 йылда 10 йылға һөргөнгә ебәрәләр.
   Указлы мулла Мөхәмәтша Юлмөхәммәт улы Әхмөровты 1858 йылда Байыш ауылынан Баймырҙа мәсетенә имам итеп күсерәләр. Уның менән бергә беренсе kатынынан Фазлетдин улы, икенсе kатынынан Ғималетдин һәм Сәйхүтдин улдары киләләр. 
   Әптекәй аҫабалары Ирназарҙың бер улы Ҡасkындың ғына балалары Баймырҙаға килеп ултыралар, /1828 йылғы/ Ҡорманғәлинең Янсафьяр тигән улы билдәләп үтелгән. Ҡормагәлинең ағаһы Йәнсыуыk /1804 йылғы/, уның улы Ғайса /1831 йылғы/ бар. 
   Ҡасkын Ирназаровтың ағаһы Садиk Ирназаров /1760 йылғы/ һәм kустыһы Ҡасар менән /1770 йылғы/ Әптекәйҙә йәшәгән, тип күрһәтелә. Исеменә есеме тап килә тигәндәй, Ҡасар Ирназаров 1820 йылдан бирле kасып йөрөй, тип яҙылған. Ҡасkын тормошо менән 1820 йылдан бирле Ҡасарҙың kатыны Ҡурпа йөрөгәне билдәләп үтелгән. 
   Ҡасарҙан /1813 йылғы/ 7 йәшлек улы Юлдыбай кем менән kалғандыр, билдәһеҙ. Ул ваkытта kасып йөрөгән кешеләр күп булған. Күптәре баш-баштаkлыk күрһәтеп, kаты бәғерле кантон, йорт началниктәренә бойһонмай, kайһылары ауыр юл төҙөү һәм kәлгә һаkлау хеҙмәтенә бармаҫ әсән kасkын тормошон һайлаған.
   Баймырҙала 1856 йылда ауылда 40 йортта 118 ир кеше һәм 120 kатын-kыҙ йәшәй. 1920 йылда 597 кеше йәшәгәне билдәле. Ауыл халkы күбеһенә малсылыk менән шөғөлләнгән. 1930 йылда «Большевик» колхозын ойошторалар, 1950 йылда «Яңы тормош» колхозына берләшәләр һәм 1957 йылдан «Йылайыр» совхозының бер бүлексәһе булып һанала.
Рауил Назаров
"Әптекәйҙә - ил яҙмышы” 2011 йыл