Понедельник, 23.07.2018, 14:45


Һауа торошо
Календарь
«  Июль 2018  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031
Форма входа
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Арман утары

   Арман утары

   Әптекәйҙән сыkkан кешеләр Ҡуһа йылғаһы буйыңда Арман утарына нигеҙ һалалар. Ул ерҙә Әптекәйҙәрҙең kасаңдыр йәйләүе булған. Беренселәрҙән булып Төкәнсе йылғаһы (Төкәнсе- Ҡуһаның кушылдығы) буйына нигеҙ kорған кешеләр: Мөхөмәтәмин Әптекәев, Сәйетбаттал Улйәбаевтар, Нәҙершә һәм Ғәбделкәрим Истәковтар.

   Арман тураһында һиҙиәт олатай Абилев яҙмаларынан. Ул һапар (Сафаров) улы Сүрәкәйҙең алтынсы быуын вәкиле.

   «Минең атайым Заһитулла Йәрмөхәмәт улы Сүрәкәев булған. Атайымдың тыуған йылын һәм нисә йәшендә вафат булыуын белмәйем. Атайым заманында ярлы кеше булған. Аты, бер kолонло бейәһе, 2 һауын һыйыры, һарыk-кәзәһе булған. Ул заманда эшләп аkса табыу бик ауыр булған. Бөтә эш kул менән башkарылған. Ике урында бесән эшләп, kышkылыkkа кәбән итеп әҙерләгәндәр. Ҡышкы малға бесәнде Арман утарында әҙерләп, kышты Арманда kышлағандар».

   Мөьминовтар, Истәковтар улар бер аралар — истәктәр араһы.

   VII перепись 1816 йылғы ваkытында Исхаk Абдразаk тип яҙылһа, 1859 йылғы перепистә Истаk Абдраk тип яҙылып киткән. Был яҙыуҙар бер кеше тураһында һөйләй. Ул 1735 йылда тыуған. Уның улдары Нәҙерша һәм Ғәбделмөкмин Истәковтар, ә Ғәбделмөкминдең бер ейәндәре Истәковтар булып китһә, икенсе ейәне Мөхәмәтғөзиздән Мөкминовтар нәҫеле тарала.

   Ғәбделмөкмин бик улымышлы дини кеше булла. Ул тыуған ауылы Әптекәйҙә йәшәй. Уның бүләһе Әхмәтkазый Әптекәй ауылы муллаһы була. Улдары бөтәһе лә улымышлы, дин тотлан кешеләр булалар. Әхмәтkаҙыйҙың улдарынан һуң бүтән Мөкминовтарҙан дини юлдан киткән кеше булмай. Совет власы һәм совет мәктәбе Ғәбделмөкмин мулла нәҫеленең дини булмышын бөтөрә. 

   Ә Истәковтар Әптекәйҙең Арман утарына күсәләр (элекке йәйләүе) һәм унда 1959 йылдарға тиклем йәшәйҙәр. Тәүҙә Иҫке Арман ауылы икенсе урында була. Ул урында йылан күбәйеп, кешеләргә йәшәү kурkынысы янағас, ауылды икенсе урынға күсерәләр. Яны Арман ҙурайып, халkы ла ишәйеп китә. 1921 йылғы аслыk йылында Истәков Сибәғәт үҙенең һыйырын һуйып, ауылдаштарын ашатып, йот йылын ҙур юғалтыуһыҙ сығалар.

   Өлкәндәр хәтерендә шуныһы иҫтә ҡалған: Арманда һыу буйында берҙән-бер ҙур мунса була, шул мунсаны көн һайын тигәндәй яғып Ниязғол һәм Арман халkы йыуынған.

   1957-59 йылдарҙа армандар эш юkлыҡтан эргә-тирә ауылдарға күсенә башлайҙар.

   Истәковтар: 1957 йылдың көҙөңдә - һиҙиәт, 1958 йылда Усман ғаиләһе менән Йылымға күсәләр. Сибәғәт 1958 йылда Ярат ауылына, Ғәлимйән — Йәрмөхәмәткә күсәләр. Рәхимйән Теләүсин Ғүмәр ауылында төпләнә.

Рауил Назаров
"Әптекәйҙә - ил яҙмышы” 2011 йыл