Четверг, 17.05.2012, 02:10


Һауа торошо
Календарь
«  Май 2012  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031
Форма входа
E-mail:
Пароль:
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

   Сәйғәфәр ауылының сәхифәһенә рәхим итегеҙ!
  
   Ауыл Баймаҡ районының көняғында йырҙарҙа йырланған Һаҡмар буйында урынлашҡан. Бында тырыш, эшсән, сәмле халыҡ йәшәй. 
   Бөгөнгө көндə ауылдаштар ниндəй уйҙар менəн йəшəй, уларҙы ниндəй проблемалар борсой икəн?
   Ҡасандыр данлыҡлы булған "Баймаҡ" совхозының хəле көндəн-көн мөшкөллəнə. Эшселəренə эш хаҡы түлəй алмай. Һөҙөмтəлə ир-егеттəр сит-ят яҡтарҙа эшлəргə мəжбүр.
   Халыҡты, иң тəү сиратта юл мəсьəлəhе борсой. Артабан газ, hыу, сифатлы элемтə. Башланған эш-бөткән эш, тип әйтелhә лә халыҡ мәҡәлендә, 2004 йылда ауылға килеп еткән тәбиғи газ бер нисә йортҡа ғына үткәрелде.  Филосовтар әйтеүенсә тормош спираль рәүешендә үҫешә, тимәк киләсәктә ауылдарға күркәм тормош әйләнеп кайтыр, тигән ышаныста йәшәй Сәйғәфәрҙәр. 
   Улар зарланып ҡына йәшәмәйҙәр. Ауылдың күркәмлеге, hәр йорттың яңырыуы hәм йәмгә сорналыуы – ауылдаштарҙың уңғанлығын. Һәр кем тырышып донъя көтә, балалар үҫтерә. Өлгөлө ғаилəләрҙең бихисап булыуы быға асыҡ миҫал. Кисәге уҡыусыларҙың юғары уҡыу йорттарына инеүе бик ҡыуаныслы. Шуға ла юғары белемле йəштəребеҙҙең сафтары арта бара, тимəк килəсəгебеҙ өмөтлө.
   Беҙгә килеп йөрөгөҙ, ҡайтып тороғоҙ, туғандар!


   Сәйғәфәр мәктәбенең сайтына рәхим итегеҙ! www.saigafar-school.ucoz.ru


                                                                                                                                   Яңылыkтар
Просмотров: 139 | Добавил: saigafar | Дата: 18.09.2011 | Комментарии (0)

Районыбыҙҙың спорт, сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итеүселәре йыл да августың икенсе шәмбеһе Физкультурниктар көнөндә Талҡаҫ күле буйына йыйыла.

Быйыл да был матур сара үҙенә байтаҡ кешелəрҙе йыйҙы.

– Стартҡа! Иғтибар! Марш! – йүгеректәр күлде уратып ярышты башлап ебəрҙелəр. Быйыл унда йәмғеһе 55 кеше сыҙамлылыҡ, ихтыяр көсө талап иткән еңел атлетиканы үҙ итеп, ярышырға килгән ине.

Финиш һыҙығын 10 сакырымды йүгереп үтеп, 40 йәштән өлкәнерәктәр араһында Сәйғәфәр мəктəбенең физкультура укытыусыhы Мырҙабулатов Шəрифйəн Мөхəммəҙей улы икенсе булып  үтте.

Был уның беренсе генə еңеүе түгел, əлбиттə. 

Котлайбыҙ көмөш миҙал менән! Афарин!!!

Просмотров: 118 | Добавил: saigafar | Дата: 23.08.2011 | Комментарии (0)

«Әптекәйҙә - ил яҙмышы» исемле Рауил Назаровтың китабы баҫылып сыҡты.

Ул Сәйғәфәр ауылында тыуып үҫеп, бөгөнгө көндә Сибай ҡалаһында йәшәүсе Рауил Назаров күптән түгел үҙенең "Әптекәйҙә - ил яҙмышы” тарихи китабын сығарҙы. 

Яҡташыбыҙҙың китабында ата-бабаларыбыҙ ҡасандыр төйәк иткән, заманында перспективаһыҙ булараҡ юҡҡа сыҡҡан ауылдар исемлегенә ингән Әптекәй ауылының үткәне тураһында оло быуын кешеләренең хәтирәләренә, яҙмаларына һәм архив материалдарына таянып яҙған. 

Китапта Әптекәй ауылынан сыҡҡан Ишмырҙа, Баймырҙа, Ибраһим (Күктүбә), Тәңребирҙе (Күрек), Арман ауылдары һәм кешеләре тураһында тулы мәғлүмәттәр табырға була.

Рауил Назаров Сәйғәфәр, Шəмсел, Мырҙабулат ауылдары тарихын да тулыhынса яҡтыртҡан.

Назаров (Хоҙайназаров) Рауил Әхмәҙулла улы... Читать дальше »

Просмотров: 170 | Добавил: saigafar | Дата: 23.08.2011 | Комментарии (1)

Һуңғы осорҙа халҡыбыҙ үҙенең милли асылына ҡайтып, тарихы менән ҡыҙыҡһына, ырыуҙаштарын, нәҫел-нәсәбен барлай. "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, Шәжәрә байрамдары үткәрелә.

25 июндә боронғо ауылдарҙың береһе, заманында перспективаһыҙ булараҡ юҡҡа сыҡҡан Әптекәй ауылы халҡы һәм тамырҙары уға тоташҡан ауылдаштар ҙур йыйынға йыйылды.

Йыйындың төп маҡсаты: Әптекәй ауылының 250 йыллығын билдәләү.

Байрам театрлаштырылған тамашаны ҡарауҙан башланды. Ысынбарлыҡтағы булған хәлдәр, Бетәс, Һапар, Ҡәҙербәк батырҙар тураһында мәғлүмәттəр, ер-һыу атамаларының килеп сығыу тарихы менəн таныштырыу ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды.

Сараның икенсе өлөшө тулҡынландырғыс мəл булғандыр, моғайын. Был ерҙə ҡасандыр Әптекәй ауылы булғанлығын хəтерлəтеп тороусы стелла... Читать дальше »

Просмотров: 118 | Добавил: saigafar | Дата: 07.08.2011 | Комментарии (0)